Ғәбитова Айгөл Илгиз ҡыҙы

Файл:Ямилова Айгуль Ильгизовна.jpg
Йәмилева Айгөл Илгиз ҡыҙы

Йәмилева Айгөл Илгиз ҡыҙы (9 февраль 1994 йыл) — шағирә, журналист. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2024)[1], Башҡортостан Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Йәш яҙыусылар ҡоро етәксеһе.

Биографияһы

Айгөл Илгиз ҡыҙы Йәмилева 1994 йылдың 9 февралендә Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында тыуа[2]. Бәләбәй ҡалаһында Башҡорт гимназия-интернатын тамамлағандан һуң, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары белем ала.

Студент йылдарынан республика баҫмалары: «Шоңҡар», «Ағиҙел» журналдары, «Йәшлек», «Башҡортостан» гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итә.

2016—2018 йылдарҙа — «Башҡортостан» республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһе, 2018—2021 йылдарҙа шунда уҡ әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге хәбәрсеһе булып эшләй.

2020-2024 йылдарҙа «Аҡбуҙат» республика балалар журналының бүлек мөхәррире[2]. 2024 йылдан алып хеҙмәт юлын Башҡортостан Милли китапханаһында дауам итә.

Ижады

Бала сағынан шиғырҙар, хикәйәләр яҙа. Беренсе шиғырҙар йыйынтығын гимназияла уҡығанда уҡ — 2011 йылда сығара. 2014 йылда «Ҡош юлы» Республика шиғриәт конкурсында еңгәс, ошо конкурстың һәм башҡорт бард фестиваленең ойоштороусыларының береһе була.

2016 йылда «Әҙәби нағыш» китабында «Ямғыр вальсы» шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә[2].

2018 йылда йәш шағирҙар, ҡәләмдәштәре менән берлектә «Ҡыл» тип аталған йәш шағирҙар хәрәкәтен булдырып, шиғри саралар ойошторалар, йыйынтыҡтар сығаралар, төрлө конкурстарҙа һәм сараларҙа ҡатнашалар.

2019 йылда З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Йәш тауыштар» серияһында «Ҡапма-ҡаршылыҡтар» китабы донъя күрә[2].

2021 йылда цифрлы майҙансыҡтарҙа шиғырҙары яҙылған «Шағир мөхәббәте» тип аталған аудиоальбомы сыға[2].

2022 йылда «Дауылдан һуң» исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫыла.

2025 йылда З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә проза жанрындағы «Сынаяҡтағы донъя» китабы донъя күрә.

Маҡтаулы исемдәре йәки башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәте (2020)[3].
  • «Илһам шишмәләре — 2011» Төбәк-ара шиғриәт фестиваленең «Йыл асышы» номинацияһы лауреаты (2011).
  • «Ҡош юлы» Республика шиғрәит конкурсы еңеүсеһе (2014).
  • «Илһам шишмәләре — 2015» Төбәк-ара шиғриәт фестивале лауреаты (2015).
  • «Альма матер» Республика шиғриәт конкурсының «Туған телдә ижад иткән шағир» номинацияһы еңеүсеһе (2017).
  • «Илһам шишмәләре — 2017» Төбәк-ара шиғриәт фестиваленең I дәрәжә лауреаты (2017).
  • Ноғман Мусин исемендәге Республика повестар конкурсы еңеүсеһе.