Ғәйнанов Дамир Әхнәф улы
Ғәйнанов Дамир Әхнәф улы (4 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-иҡтисадсы. 1978 йылдан (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән иҡтисад һәм производствоға идара итеү, иҡтисади һәм социаль системаларҙа идара итеү кафедралары мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (2000), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2002) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016).
Биографияһы
Дамир Әхнәф улы Ғәйнанов 1956 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Бүздәк районы Урҙайбаш ауылында тыуған.
1978 йылда Өфө авиация институтын тамамлай.
1978 йылдан башлап, 1985—1986 йылдарҙағы өҙөклөк менән, Өфө авиация институтында (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты) эшләй: иҡтисад һәм производствоға идара итеү (2002—2003), иҡтисади һәм социаль системаларҙа идара итеү (2003) кафедралары мөдире.
Бер үк ваҡытта 2007 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Социаль-иҡтисади эҙләнеүҙәр институты директоры.
1985—1986 йылдарҙа Граждандар авиацияһы академияһында (Ленинград) эшләй.
2014 йылдан Федераль дәүләт статистика хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органының йәмәғәт советы ағзаһы.
Ғилми эшмәкәрлеге
Фәнни тикшеренеүҙәре иҡтисади һәм социаль системаларҙа идара итеүҙе камиллаштырыу проблемаларына арналған. 300-ҙән ашыу ғилми эш авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2016).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2002).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Ғәйнанов Дамир Әхнәф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 ғинуар 2021)
- http://ufa-isei.ru/гайнанов-дамир-ахнафович/ 2021 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған.