Ғәлимйәнов Фауат Ғиниәт улы
Биографияһы
Фауат Ғиниәт улы Ғәлимйәнов 1929 йылдың 26 июнендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны Ҡубыяҙ ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы) тыуа. 1952 йылда Өфө авиация институтын (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты, ӨДАТУ) тамамлай.[2]. 1952 йылда Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң Свердловск өлкәһенең Артёмовка машиналар эшләү заводында эшләй. 1957—1967 йылдарҙа — Артемовка машиналар эшләү заводының техник контроль бүлеге начальнигы урынбаҫары, махсуслаштырылған конструкторҙар бюроһы лабораторияһы начальнигы, баш инженер урынбаҫары[2]. 1967 йылдан алып ӨДАТУ‑ла: уҡытыусы, «Авиация двигателдәре теорияһы» кафедраһы мөдире урынбаҫары, мөдире, профессор, бер үк ваҡытта 1970 йылдан башлап Өфө дәүләт авиация техник университетының ғилми-тикшеренеү секторында өлкән ғилми хеҙмәткәр[3].
2000 йылдың 31 авгусында Өфөлә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
Бер нисә изделиеның баш конструкторы булған, вентиляторҙарҙы тикшереү өсөн ғилми-тикшеренеү лабораторияһын ойошторған. Фәнни эшмәкәрлеге гидродинамикаға һәм газ динамикаһына, турбиналы машиналарҙы проектлауға арналған. Ғ. тарафынан юғары экономиялы вентиляторҙарҙың аэродинамик схемалары уйлап табыла; шыйыҡлыҡтарҙың стена буйлап уртасалаштырылған турбулентлы хәрәкәтенең теорияһы нигеҙләнә, ул йылылыҡ һәм масса алмашыныуҙы иҫәпләгәндә, үткәргес торба системаларында шыйыҡлыҡтарҙың гидродинамикаһын тасуирлағанда ҡулланыла. Ғәлимйәнов асыштары машиналар эшләү предприятиеларында, үткәргес торба транспортында индерелгән[1].
Уйлап табыуҙарға 2 авторлыҡ таныҡлығы бар. 140-тан ашыу баҫма хеҙмәт, шул иҫәптән 26 монография, авторы.
Бүләктәре
Миҙалдар, шул иҫәптән Рәсәй Космонавтика федерацияһының академик А.Д.Надирадзе исемендәге миҙалы менән бүләкләнгән[4].
Төп хеҙмәттәре
- Вентиляторы: атлас конструкций. 2-е изд., М., 1968;
- Теория турбулентного движения в элементах летательных аппаратов. Уфа, 1989;
- Теория внутреннего турбулентного движения. Уфа, 1999 (авторҙашта).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ғәлимйәнов Фауат Ғиниәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 Галимзянов_Фауат_Гиниятович 2022 йылдың 28 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Галимзянов Фауат Гиниятович 2022 йылдың 10 август көнөндә архивланған.
- ↑ Татарская энциклопедия
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ҒӘЛИМЙӘНОВ Фауат Ғиниәт улы (Тикшерелеү көнө: 24 июнь 2024)
- Татарская энциклопедия