Ғәлимова Римма Ғаяз ҡыҙы

Римма Ғаяз ҡыҙы Ғәлимова (рус. Галимова Римма Гаязовна; 1963 йылдың 22 июле, Йәнырыҫ ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй шағиры, журналист-публицист, Стәрлетамаҡ ҡалаһының яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар һәм 2004 йылдан башлап РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы[1].

Биографияһы

Римма Ғаяз ҡыҙы Ғәлимова 1963 йылдың 22 июлендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуған. Бала сағы һәм үҫмер йылдары тыуған ауылында үтә. Артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында белем ала.

Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлай: мәктәптә, шулай уҡ педагогия колледжында эшләй. 1980 йылдан алып Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.

Ижади эшмәкәрлеге 1980-се йылдарҙан башлана. Шиғриәт һәм журналистика өлкәләрендә әүҙем эшләй, уның әҫәрҙәре район һәм республика матбуғатында даими баҫылып тора. 1993 йылда, студент сағында, «Яҙмыш» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығын нәшер итә.

1995 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Ашҡаҙар» ижтимағи-сәйәси гәзите редакцияһында журналист булып эшләй.

2021 йылдан — Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе[1].

2024 йылда Юғары профессионализм (рус.)баш. һәм әҙәбиәт үҫешенә ҙур өлөш индергән өсөн «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме бирелде[2].

Ижады

Римма Ғәлимованың шиғырҙары мәктәптә уҡыған сағынан уҡ район һәм республика матбуғатында баҫыла башлай. «Тәҡдир» исемле тәүге шиғри йыйынтығы 1993 йылда, студент сағында, «Китап» нәшриәтендә донъя күрә. Шағирәнең тәүге әҫәрҙәре нескә лиризм, эске кисерештәрҙең тәрәнлеге һәм күңел йылылығы менән айырылып тора.

«Тәҡдир» поэмаһында автор һалдат ҡатынының тоғролоғон, совет армияһында хеҙмәт иткән ир-егеттәрҙең яҙмышын, шулай уҡ әсәлек бәхете темаларын үҙенсәлекле художестволы саралар аша аса.

2001 йылда баҫылған «Мин — Юрматы ҡыҙы» исемле икенсе китабында шағирә Ватанға һөйөү, мөхәббәт һәм йәшәйештең мәңгелек ҡиммәттәре аша тормоштоң ысынбарлығын сағылдыра.

2013 йылда нәшер ителгән «Урланған бәхет» йыйынтығында иһә әсә образы үҙәк урын биләй. Шағирә унда Ер йөҙөндәге матурлыҡты, тыныслыҡты һәм мөхәббәтте һаҡлаусы булараҡ сығыш яһай. Уның ижадында образлылыҡ, эске гармония һәм ябай, аңлайышлы тел хас[3].

Китаптары

  • Тәҡдир. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө, 1993.
  • Мин — Юрматы ҡыҙы. Шиғырҙар. Өфө, 2001.
  • Урланған бәхет. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 2013.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • 1999 йылда Мәҡәләләр серияһы өсөн «Өмет» республика йәштәр гәзите лауреаты була.
  • 2003 йылда Рәсәй Дәүләт Статистика Комитетының «2002 йылғы Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» күкрәк билдәһе, Һайлауҙар тураһында киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы баҫмаға конкурста диплом, Башҡортостан журналистар Союзының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.
  • 2012 йылда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Хәким Ғиләжев исемендәге премия.
  • 2024 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме бирелде.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник/Сост. Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа, Китап,2006 — с.137-138.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Һағышлы, нағышлы ижад. Торатау гәзите (21 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
  2. Указ Главы Республики Башкортостан от 24 мая 2024 г. N УГ-446 "О присвоении почетного звания "Заслуженный работник культуры Республики Башкортостан". Гарант. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
  3. Творческая встреча с поэтессой Риммой Галимовой. Муниципальное бюджетное учреждение культуры Централизованная библиотечная система муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан (2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.
  4. Римма Галимова. МБУК "МЦРБ" Краснокамский район (библиотека) (2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2026.