Ашҡаҙар (гәзит)
«Ашҡаҙар» — Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының ижтимағи-сәйәси гәзите. Тәүҙә ойоштороусы Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң күләм мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Ашҡаҙар» гәзите редакцияһы" ҡаҙна предприятиеһы булһа, һуңынан ойоштороусы булып «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто тора, гәзит уның филиалы итеп үҙгәртелә.
Тарихы
Стәрлетамаҡ ҡалаһында аҙнаһына ике тапҡыр башҡорт телендә сыға. 1990 йылдың ғинуарынан «Стерлитамакский рабочий» гәзите ҡушымтаһы булараҡ, «Стәрле таңдары» исеме аҫтында нәшер ителә башлай, декабрҙән алып хәҙерге исемен йөрөткән үҙ аллы баҫма.
Аҙнаһына ике тапҡыр шишәмбе, йома көндәрендә сыға. Дөйөм тиражы — 1200 дана[1].
Рубрикалары
• «Ҡала һәм уның кешеләре»
• «Халыҡты нимә борсой?»
• «Кемдә нимә ҡайғыһы?»
• «Ҡала тарихы — минең тарихым»
• «Замандаш»
Проекттары
• «Етәксе менән тура бәйләнеш»
• «Депутат менән тура бәйләнеш»
• «Ашҡаҙар гүзәле»
• «Ашҡаҙар стипендияһы» — йыл һайын Башҡорт теле көнө алдынан уҡыуы, ижады, фәнни тикшеренеүҙәре менән башҡорт телен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән уҡыу алдынғыларына тапшырыла.
• «Ғаилә — Рәсәй байлығы» — федераль грант иҫәбенә тормошҡа ашырыла һәм ғаилә институты, патронат ғаиләләр, ололар һәм йәштәр абруйын күтәреүгә, түлһеҙлек проблемаларын профилактикалауға йүнәлтелгән.
• «Башҡорт бейеүен бейейем» — Башҡортостан Республикаһы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Балалар ижадын, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелә. Уның барышында балаларҙың бейеүе видеоға төшөрөлөп, социаль селтәрҙәрҙә таратыла, бейеүсе балалар менән оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, улар тураһында гәзиттә мәҡәләләр донъя күрә.
• «Беҙ бергә» спорт-мәҙәни фестивале — махсус хәрби операция геройҙарына арнала. Унда Стәрлетамаҡ ҡалаһынан ғына түгел, илдең төрлө ҡалаалрынан, шул иҫәптән Мәскәү һәм Липецктан 300-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
«Ашҡаҙар» гәзитенең шәхси аллеяһы бар. Ул Артём урамында урынлашҡан һәм ағас ултыртыуҙың экологияны яҡшыртыуға әһәмиәтен генә билдәләмәй, ә милли баҫмаларҙы һаҡларға ла өндәй.
Ҡаҙаныштары
Редакция коллективы йыл һайын төрлө көнүҙәк темаларҙы яҡтыртыу буйынса төрлө ведомство һәм министрлыҡтарҙың, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең Почёт грамотаһына лайыҡ була.
2024 йылда «Ашҡаҙар» гәзите «Алға» иҡтисади зонаһы эшмәкәрлеген, финанс грамоталылы, коррупцияға ҡаршы көрәш темаларын яҡтыртыу буйынса еңеүсе була.
Шулай уҡ редакция һандығында БашҡортостанТ Республикаһы Башлығының Рәхмәте, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың
Почёт грамотаһы, күп тапҡырҙар паралимпиада еңеүсеһе Римы Баталованың «Милләт ғорурлығы» конкурсы наградаһы һаҡлана.
Баш мөхәррирҙәре
• Ғәббәсов Рим Муллағәли улы (2002—2011)
• Дәүләтйәрова Гөлфирә Әбдрәхим ҡыҙы (2011 йылдың 26 декабренән — 2018)
• Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы (2018 йылдан)[2].
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Р. М. Шәрипова. Ашҡаҙар (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Газете «Ашкадар» — 35 лет
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.