Ғәрәп мәҙәни үҙәге (Одесса)
Ғәрәп мәҙәни үҙәге — Одесса ҡалаһындағы мәсет, Украина.
Ҡаланың баш архитекторы Борис Бровин, мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлау буйынса ҡала идаралығы начальнигы В. Мещеряков, Одесса төҙөлөш һәм архитектура дәүләт академияһының деканы В. Уренев фекере буйынса Ғәрәп мәҙәни үҙәге һуңғы йылдарҙағы иң уңышлы архитектура ижады булып тора[1][2].
Тарихы
Ғәрәп мәҙәни үҙәге — Сүриә сығышлы эшҡыуар Аднан Киван аҡсаһына төҙөлгән. Мәсеттең проектын Архпроект МДМ архитектура-реставрация бюроһы эшләй. Проекттың баш архитекторы — Голодонюк Юрий Васильевич. Интерьерҙы һәм фасадтарҙы реконструкциялау буйынса М. Г. Повстанюк, ә төп архитектор Д.М. Повстанюк була.
Тасуирламаһы
Бинаның аҡ фасадына күп семәрле биҙәктәр һалынған. Ҡыйығында йәшел төҫкә буялған бик ҙур көмбәҙ күтәрелә. Бинаны арка формаһында тәҙрәләр биҙәй.
Күп төрлө архитектура элементтары мәсеткә еңеллек һәм яҡтылыҡ бирә. Ҙур залдарының иҙәндәрендә матур балаҫтар түшәлгән, түшәмдә ҡупшы гәлсәр люстра эленеп тора. Мәрмәр баҫҡыстар һәм ҙур витражлы тәҙрәләр бинаның бай интеьеры менән тап килә.
Галереяһы
Иҫкәрмәләр
- ↑ Здания Одессы, которые через полвека могут стать памятниками архитектуры | Новости Одессы | Известные архитекторы города помогли нам составить ТОП-5 новостроев, которые претен …
- ↑ Арабский культурный центр возглавил топ-5 зданий Одессы, которые через полвека могут стать памятниками архитектуры » Релігія в Україні. Вера и религия. Философия и религ …
Һылтанмалар
- Арабский культурный центр на Официальном туристическом портале города Одессы
- Архитекторы о центре 2012 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
- Религия в Украине
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |