Ғөбәев Сәлим Сәрүәр улы

Сәлим Сәрүәр улы Ғөбәйев (рус. Губаев Салим Сарварович; 1959 йылдың 4 июле, Иҫәкәй, Башҡорт АССР-ы) — хужалыҡ эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр. 2002 йылдан «Керамика» асыҡ акционер йәмғиәтенең генераль директоры, 2019 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы.

Биографияһы

Сәлим Сәрүәр улы Ғөбәев 1959 йылдың 4 июлендә Башҡорт АССР-ының Бишбүләк районы Иҫәкәй ауылында тыуған. 1984 йылда Ленин орденлы Өфө авиация институтын (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) «инженер-механик, машиналар һәм металлдарҙы баҫым менән эшкәртеү технологияһы» һөнәре буйынса тамамлай.

1977—1978 йылдарҙа — Бәләбәй «Автонормаль» заводы автоматсыһы;

1978—1979 йылдарҙа — Өфө авиация институтының әҙерлек бүлеге тыңлаусыһы;

1979—1984 йылдарҙа — Өфө авиация институтының көндөҙгө бүлеге студенты;

1984—1986 йылдарҙа — Бәләбәй «Автонормаль» заводында автомат цехы мастеры;

1986—1988 йылдарҙа — Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә;

1988—1993 йылдарҙа — Бәләбәй «Автонормаль» заводында автомат цехы начальнигы урынбаҫары;

1993—2002 йылдарҙа — «Автонормаль» акционер йәмғиәтенең кирбес заводы начальнигы, «Керамика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры вазифаһын башҡарыусы;

2002 йылдан — «Керамика» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры[1].

2012 йылдың 14 октябрендә муниципаль һайлауҙарҙа Башҡортостан Республикаһы Муниципаль район Советы депутаты итеп һайлана, Советтың беренсе ултырышында (1.11.2012) Совет рәйесе итеп һайлана[2].

2018 йылда Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә[3].

2023 йылда үҙ теләге менән Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда тапшыра[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй район Советы рәйесе.
  • Муниципаль район Советы депутаты.

Иҫкәрмәләр

  1. Губаев Салим Сарварович. Депутат Башкортостан.
  2. Тюнёва Н. Местная власть выбирает руководителей : [рус.] : [арх. 11 апрель 2020] // Республика Башкортостан. — 2012. — № 214 (3 ноября).
  3. Администрация Белебеевского района РБ. Официальный сайт 2019 йылдың 2 июль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 июль 2019)