Ҡаракүл (ҡала)
Ҡаракүл (ҡырғ. Каракол; в 1889—1922 и 1939—1992 — Пржевальск) — Ҡырғыҙстандың халыҡ һаны буйынса дүртенсе ҙур ҡалаһы, Ысыҡ-Күл өлкәһенең административ үҙәге. Ҡала Ысыҡ-Күл күленең көнсығыш осона яҡын урынлаша, Ҡырғыҙстан менән Ҡытай сигенән яҡынса 150 км һәм баш ҡала Бишкәктән 380 км алыҫлыҡта, диңгеҙ кимәленән 1690-дан алып 1850 метрға тиклем бейеклектә урынлаша.
Ҡаракүлдең майҙаны — 52,53 км². Ҡырғыҙ Республикаһы Милли статистика комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йыл башына ҡалала (Пржевальск Пристаны менән бергә) 81 952 кеше йәшәй.
Төньяҡта, ЭМ-09 автомобиль юлы буйында — Төп ауылы, ә көньяҡ-көнбайышта — Ете Үгеҙ курорты урынлаша.
Географик мәғлүмәт
Ҡала Ысыҡ-Күл өлкәһенең көнсығыш өлөшөндә, Терескәй Алатауы һырттарының итәгендә, Ҡаракүл йылғаһының аҫҡы ағымында, Ысыҡ-Күл күленән 12 км алыҫлыҡта, диңгеҙ кимәленән 1690 — 1850 метр бейеклектә урынлаша. Бишкәк ҡалаһына тиклем — 400 км, иң яҡын тимер юл станцияһы — Балыҡсыға тиклем автомобиль юлы буйынса — 220 км, һыу юлы менән — 184 км.
Ҡаракүл ҡалаһы туристарҙы һәм альпинистарҙы иҫ киткес тау күренештәре менән йәлеп итә. Ҡаракүлдән көнбайышҡа, Ысыҡ-Күлдең көньяҡ яр буйында 30 км алыҫлыҡта Ете үгеҙ һәм Йылы һыу курорттары урынлаша. Көнсығышта 10 км алыҫлыҡта — Ерҡалан курорты, ә 50 км алыҫлыҡта, Тәңретау тауҙарында, Мәресбәхәр боҙло күле урынлашҡан.
Терескәй Алатау һыртындағы Ҡаракүл тарлауығында, ҡаланан 7 км алыҫлыҡта, ылыҫлы урмандар араһында "Ҡаракүл" тау саңғыһы базаһы эшләй. Унда биш подъёмник (шуларҙың 4-һе — ултырғыслы) бар, бейеклек айырмаһы 2300 метрҙан 3450 метрға тиклем. Совет осоронда был база олимпия йыйылма командалары өсөн күнекмәләр үткәреү урыны булып тора.
3040 метр бейеклектәге күренмәк түбәнән, күтәргес алып барған урындан, Ысыҡ-Күл күле һәм яҡындағы биш мең метрлыҡ тауҙарға күренеш асыла (Иң бейек нөктә — Ҡаракүл түбәһе, 5281 м, һәм Осло Егет түбәһе — 5173 м).
Климаты
Ҡалала климат уртаса континенталь, тау һәм диңгеҙ климаты элементтары менән. Атмосфера яуым-төшөмө йылына уртаса 350—450 мм.
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Уртаса температура, °C | −7 | −6,5 | 0,5 | 6,5 | 11,5 | 14 | 16,5 | 15,5 | 12 | 6 | −0,5 | −4,5 | 5,3 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 10 | 9 | 18 | 35 | 53 | 49 | 52 | 49 | 42 | 32 | 23 | 14 | 386 |
| Сығанаҡ: Яндекс погода | |||||||||||||
Тарихы
1758 йылда Цин Ҡытайы империяһы Йоңғар ханлығын еңгәндән һуң, Ысыҡ-Күл ҡырғыҙдары Цин империяһына инмәй, ә үҙаллылыҡ ала. Сик һыҙығы Ысыҡ-Күлдең көньяғында, Тәъре бейек тау һырттары буйлап тәбиғи рәүештә билдәләнә. 1820—1830 йылдарҙа Коканд ханлығы ҡырғыҙ ерҙәренә ҡарата әүҙем сауҙа һәм хәрби экспансия алып бара. Ысыҡ-Күл ҡырғыҙҙарына ирекле рәүештә ханлыҡҡа ҡушылыу тәҡдим ителә. Ҡырғыҙҙар ханлыҡҡа ҡушылыуҙан баш тартҡас, 1831 йылда Коканд ханлығы Һаҡҡул етәкселегендә Нарын һәм Ысыҡ-Күлгә яу ойоштора.
1843 йылда Ысыҡ-Күл ҡырғыҙҙары Коканд ханлығына ҡаршы ихтилал күтәрә.
1863 йылда Ысыҡ-Күлдә даими Рәсәй ғәскәре гарнизоны урынлаша. 1865 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1864) буласаҡ Ҡаракүлдән 10 км алыҫлыҡта Ысыҡ-Күл ерҙәрендә тәүге урыҫ тораҡ пункты — Аҡһыу хәрби нығытмаһы нигеҙләнә.
1890 йылдан башлап ҡала халҡы Украина, Волга буйы һәм Рәсәйҙең ҡара тупраҡлы үҙәге губерналарынан күсеп килгән кешеләр иҫәбенә арта. 1897 йылда ҡалала 8108 кеше йәшәй.
1992 йылда, Ҡырғыҙстан үҙаллылыҡ алғас, ҡалаға йәнә Ҡаракүл исеме ҡайтарыла.