Ҡарталы I (станция)

Ҡарталы — Силәбе төбәктең Көньяҡ-Урал тимер юлының Силәбе бүлексәһендәге узел тимер юл станцияһы, Силәбе өлкәһе Ҡарталы ҡалаһында урынлашҡан.

Станция Мәскәүҙән 2300 км алыҫлыҡта ята, унда төрлө электр токтары килеп тоташа ( Силәбе яғынан даими, Магнитогорск, Орск һәм Тубыл яғынан алмаш электр тогы килә).

Ҡарталы станцияһынан алыҫ түгел, төньяҡ-көнсығыштараҡ Ҡарталы-Аят йылғаһы аға.

Тарихы

Станция 1914-1917 йылдарҙа ТроицкОрск тимер юл тармағын төҙөгәндә Полтавка казактар ауылынан алыҫ түгел ерҙә асыла. Башта ул Һамар-Златоуст тимер юлының тупик станцияһы була. 1926 йылда станцияны киңәйтә башлайҙар. 1929 йылда поездар Магнитогорск ҡалаһы төҙөлөшөнә табан йөрөй башлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Акмолинск ҡалаһына табан тағы бер тармаҡ асыла. Станцияны киңәйтеү СССР тарҡалғанға тиклем дауам итә.

Этимология

«Ҡарталы»- күпселек сығанаҡтарҙа башҡортса «ҡара таллы» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан тип яҙылған[1][2]. Ҡарталы янында Ҡарталы-Аят йылғаһы аға.Тимәк, был йылға буйында ҡара тал (чернотал) үҫә.

Станция күрһәткән хеҙмәттәр

Станцияла түбәндәге операциялар башҡарыла:

- Станцияларҙың асыҡ майҙансыҡтарында һаҡлауға рөхсәт ителгән йөктәрҙе оҙатыу һәм ҡабул итеү

- Станцияларҙың ябык складтарында һаҡлау талап ителгән йөктәрҙее ҡабул итү һәм тапшырыу

- Бары тик станция яны юлдарында һәм дөйөм ҡулланылыштағы урындарҙа ғына тулы вагондар менән йөктәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу

- Массаһы 3,3 (5) һәм 5,5 (6) т булған универсаль контейнерҙарҙа йөктәр ҡабул итеү һәм тапшырыу

Пассажирҙар хәрәкәте

Ҡарталы станцияһы сәғәтенә 25-30 пассажирҙы хеҙмәтләндерә[3].

Станциянан алыҫ араға йөрөүсе поездар

2018 йылғдың декабренә станция аша түбәндәге поездар үтә:

Йыл әйләнәһенә поездар хәрәкәте

Төрлө миҙгелдә поездар хәрәкәте

Йөк ташыу

Ҡарталы станцияһы сәнғәттә

1932 йылда Мәскәү ит һәм һөт(ауыл хужалығы) институтын тамамлағандан һуң Башҡортостанға Сергей Иванович Чекмарёв килә.Ул Хәйбулла районының Таналыҡ совхозында, һуңыраҡ Ейәнсура районы Инәк совхозында баш зоотехник булып эшләй. 1932 йылда машина көтөп ул 18 сәғәт Ҡарталы станцияһында ултыра, пассажирҙарҙы күҙәтә, үҙенең яҙмышы тураһында уйлана. Ошо ваҡиғаға бәйле С.Чекмарёв «Размышления на станции Карталы» тигән поэмаһын яҙа.[4]

Станцияла С.Чекмарёв иҫтәлегенә таҡтаташ асылған.

Иҫкәрмәләр

  1. Словарь топонимов Башкирской АССР
  2. Карталы
  3. Факты о станции Карталы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2011. Архивировано 16 декабрь 2011 года. 2011 йылдың 16 декабрь көнөндә архивланған.
  4. С.Чекмарёв. Размышления на станции Карталы