Ҡаҙалы
Ҡаҙалы (ҡаҙ. Қазалы) — Ҡызылурҙа өлкәһенең Ҡаҙалы районында урынлашҡан ҡала. Ул Ҡазалы ҡала администрацияһының административ үҙәге һәм берҙән-бер тораҡ пункты.
Ҡала Һырдарья йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ҡаҙалы станцияһы: Ырымбур — Ташкент тимер юлының (Ҡанлыағас — Арыс участкаһы) тимер юл станцияһы, 1903 йылда нигеҙләнә. Ул ҡала үҙәгенән төньяҡҡа табан 12 км. алыҫлыҡта, район үҙәге булған Әйтек (элекке Яңыҡаҙалы) ҡасабаһы биләмәһендә урынлашҡан.
XX быуаттың икенсе яртыһында Арал диңгеҙе һәм Һырдаръя дельтаһының деградацияһына тиклем, ҡала халҡының төп шөғөлө балыҡсылыҡ һәм балыҡ эшкәртеү булған. Ҡалала эшләп килгән балыҡ һәм кирбес заводтары хәҙерге ваҡытта ябылған.
Ҡаҙалы ҡалаһы рәсми рәүештә Арал буйы экологик фажиғә зонаһына инә.
Тарихы
1853 йылда В. А. Перовский күрһәтмәһе буйынса Ҡаҙалы урманлығында Рәсәйҙең хәрби нығытмаһы нигеҙләнә, ул рәсми рәүештә 1-се Һырдарья нығытмаһы тип атала. Был нығытма юҡҡа сығарылған Арал нығытмаһы урынына төҙөлә.
1867 йылда был торама пунктҡа ҡала статусы һәм Ҡаҙалы исеме бирелә. Шул уҡ йылда Рәсәй империяһының һырдаръя өлкәһе ойошторола, ҡала был өлкәнең Ҡаҙалы өйәҙе административ үҙәге була.
- Ҡара ҡалҡан өҫтөндә алтын төҫтлө ерҙә — ысынбарлыҡҡа яҡын итеп һүрәтләнгән, йөктәр тейәлгән дөйә. Уның өҫтөндә — алтын өс тешле уҡ (тырҙыш, өс теш). Ҡалҡандың ирекле өлөшөндә — Һырдарья өлкәһе гербы. Ҡалҡан алтын йөҙөм ботаҡтары менән уратып алынған, улар Александр таҫмаһы менән бәйле һәм өҫтә көмөш диуарлы таж менән биҙәкле.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ҡаҙалы районы биләмәһендә немец десанты төшөрөлә. Был факт «Ҡаҙаҡфильм» киностудияһы тарафынан 1984—1985 йылдарҙа төшөрөлгән «Пантераның өс тапҡыр һикереүе» исемле нәфис фильмдың сюжеты өсөн нигеҙ булып хеҙмәт иткә.
Ҡаҙалы һәм райондың иҡтисади һәм социаль үҫешенең иң юғары кимәле 1970-се йылдарҙа, Арал диңгеҙе кимәле төшөүгә тиклем, күҙәтелә.
Ҡала үҙәгендә Үҙәк Азияның иң боронғо метеостанцияларҙың береһе урынлашҡан — ул 1848 йылдан бирле эшләй.
Халыҡ һаны
Ҡаланың күпселек халҡы — ҡаҙаҡтар. Шулай уҡ бер нисә тиҫтә Уралдан килгән урыҫ староверҙары ғаиләләре йәшәй. Халыҡ эш эҙләп ҡалаһын ташлап китә, Байҡоңыр, Ҡыҙылурҙа һәм Ҡаҙағстандың башҡа ҡалаларына күсә.
2019 йылдың башына ҡала халҡы 5777 кеше тәшкил иткә (3053 ир-ат һәм 2724 ҡатын-ҡыҙ)[1].
| Год | 1970 | 1991 | 1999 | 2009 | 2016 |
| Халыҡ һаны, мең кеше |
9[2] | 7[3] | 7,3[4] | 7,7[4] | 6,8[5] |
Географик мәғлүмәт
Ҡала аша Әйтәк — Берлек автомобиль юлы үтә. Ҡаланан 15 км төньяҡтараҡ М-32 Һамар — Шымкент автомобиль юлы урынлашҡан.
- ↑ 1 2 Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на начало 2019 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2019. Архивировано 13 июнь 2020 года.
- ↑ по БСЭ
- ↑ «Современный толковый словарь»: изд. «Большая Советская Энциклопедия», 1997 г.
- ↑ 1 2 Итоги Национальной переписи населения 2009 года. Население Республики Казахстан (том 1). Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 апрель 2016. Архивировано 24 сентябрь 2015 года.
- ↑ Численность населения Республики Казахстан по полу в разрезе областей, городов, районов, районных центров и поселков на 1 января 2016 года. Комитет по статистике Министерства национальной экономики Республики Казахстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июнь 2016. Архивировано 3 март 2016 года.