Ҡаҙҙар

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙҙар
Йорт ҡаҙы
Йорт ҡаҙы
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Anser Brisson, 1760

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  175019
NCBI  8842
EOL  2822279

Ҡыр ҡаҙы(Ала ҡаҙ, урыҫ. гуси)− ҡаҙ һымаҡтар отрядына ҡараған оҙон моронло эре һыу ҡоштары ырыуы.

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙ томшоғо төп яғында бейеклеге киңлегенә ҡарағанда ҙурыраҡ була һәм уның суҡышында үткер нәҙек тырнаҡ кеүек нәмә була.

Томшоғоноң ситтәре буйлап ваҡ тештәр теҙелеп киткән. Ҡаҙҙарҙың муйыны уртаса оҙонлоҡта (өйрәктекенә ҡарағанда оҙонораҡ, әммә аҡҡоштоҡона ҡарағанда ҡыҫҡараҡ), сағыштырмаса оҙон тәпәйҙәре (аяҡтары) өйрәктекенә ҡарағанда тәненең уртаһына яҡыныраҡ, ә ҡанаты бөгөлгән ерҙә ҡалҡып торған ҡаты төйөн (шпора) була.

Ҡауырһын һәм мамығының сифаты яҡшы. Ата ҡаҙ инә ҡаҙҙан айырылмай тиерлек — ата ҡаҙҙың томшоғонда көмөрөһө була, бынан тыш ата ҡаҙ инә ҡаҙҙан кәүҙәгә ҙурыраҡ була.

Ҡаҙҙарҙың күбеһе, хәүеф янағанда йәки ярһығанда, ҡаңҡылдай, мыңғырҙай һәм ыҫылдай.

Ҡаҙҙар нисек йәшәй[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙҙар болон һәм һаҙлыҡлы урындарҙа, ҡайһы берҙәре диңгеҙ ярҙарында йәшәй. Улар яҡшы йөрөй һәм йүгерә, тиҙ оса, әммә өйрәктәрҙән насарыраҡ йөҙә, һыуға сума ала. Ғүмерҙәренең күп өлөшөн ҡоро ерҙә үткәрәләр, өйрәктәргә һәм аҡҡоштарға ҡарағанда һыуҙа аҙыраҡ булалар. Ҡаҙҙар ҡышҡылыҡҡа йылы яҡтарға ғәҙәттә төндә бик бейектә һәм тиҙ оса.

Нисек үрсей[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙҙар парлашып йәшәй, осош алдынан ҙур көтөүҙәргә йыйылалар. Һаҙлыҡтарҙа, ҡайһы берҙәре ағастарҙа оя ҡора, ғәҙәттә 6—12 йомортҡа һалалар. Ата ҡаҙ йомортҡаларҙы баҫышмай, инә ҡаҙҙы һаҡлай, ә бәпкәләр сыҡҡас, бөтә ғаиләне һаҡлап, уларҙың янында йөрөй.

Нисек туҡлана[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҫемлек ризыҡтары менән генә туҡланалар, башлыса үҫемлектәрҙең һәм орлоҡтарҙың йәшел өлөштәре менән туҡланалар. Үткер тешле томшоғо менән үлән, бөртөклөләр, ҡуҙаҡлылар, башаҡтарҙы, кәбеҫтә, япраҡ, еләктәрҙе өҙөп ашай. Үҫемлектәрҙән тыш, ҡайһы бер төрҙәр шулай уҡ ваҡ умыртҡалылар һәм бөжәктәрҙе лә ашай.

'

Төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл ҡаҙҙары

Халыҡ-ара орнитологтар союзы сайтында бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, 2020 йылдың авгусына ҡаҙҙар 11 төргә бүленә[1]:

  • Аҡ маңғайлы ҡаҙ (Anser albifrons)[2]
  • Аҡ ҡаҙ (Anser caerulescens)
  • Көнсығыш тундра ҡаҙы (Anser serrirostris)
  • Тау ҡаҙы (Anser indicus)
  • Гуменник (Anser fabalis)
  • Аҡ муйынлы ҡаҙ (Anser canagicus)
  • Ҡыҫҡа томшоҡло гуменник (Anser brachyrhynchus)
  • Һоро ҡаҙ (Anser anser)
  • Ҡоро томшоҡ, йәки ҡороморон (Anser cygnoides)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Gill, F. and Donsker, D. (Eds). Screamers, ducks, geese & swans (ингл.). IOC World Bird List (v 6.3). (2016). DOI:10.14344/IOC.ML.6.3(Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2020).
  2. Коблик Е. А., Архипов В. Ю., Редькин Я. А. Список птиц Российской Федерации. — Litres, 2018. — С. 91. — ISBN 5041251479. — ISBN 9785041251475.