Ҡолдәүләтова Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы
| Викидата элементы тултырылмаған |
Ҡолдәүләтова Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы (5 май 1941 йыл), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1960—2016 йылдарҙа Бөрйән районы үҙәк дауаханаһының табип-акушеры һәм гинекологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1984), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1974), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, райондың почётлы гражданы.
Биографияһы
Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы Ҡолдәүләтова Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында 1941 йылдың 5 майында тыуған. 1960 йылда Белорет медицина училищеһын, 1969 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.
Хәҙисә Хәлфетдин ҡыҙы 1960—1962 йылдарҙа Мәһәҙей ауылында фельдшер булып эш башлай. 1969 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Бөрйән район үҙәк дауаханаһында акушер-гинеколог була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1984)
- СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1974)
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981)
- Бөрйән районы Почетлы гражданины (2020)
- Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы (2018)
Сығанаҡтар
Кулдавлетова Хадиса Халфитдиновна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 301. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.