Ҡолсоғаҙыташ

Ҡолсоғаҙыташ — (рус. Кульсугадыташ (Синие скалы)) - Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы тау түбәһе.

Географияһы

Ҡолсоғаҙы түбәһе Көньяҡ Уралдың Белорет районына ингән өлөшөндә урынлашҡан. Туристар өсөн ылыҡтырғыс урын.

Был урындан йыраҡ түгел Ҡолсоғаҙы йылғаһы аға.

Түбә Белорет ҡалаһынан 4 саҡрым көньяк-көнсығыштараҡ ята, уға яҡын ғына Р-316 федераль трасса (Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск) үтә. Иң бейек урыны диңгеҙ кимәленән 947,9 м тәшкил итә [2] [3]. .

Этимологияһы

Атамаһы Ҡолсоғаҙы йылғаһы исеменән һәм таш һүҙенән алынған. Урыҫ телендә уны Синие скалы тип тә йөрөтәләр. Ҡолсоғаҙы һүҙе тураһында, имеш, башҡортсанан спящая красавица (йоҡоло һылыуҡай) тип тәржемә ителә тигән матур легенда уйлап сығарғандар, ул яҙманан-яҙмаға күсеп йөрөй, мәгәр был ысынбарлыҡтан бик алыҫ икәне күренеп тора [4].

Ғаҙы һүҙе - боронғо башҡорт телендә йылға тигәнде аңлатҡан [5] Тәүге өлөшө ҡолсо һүҙенән дә, ҡулса һүҙенән дә булыуы ихтимал.

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. Топографическая карта Украины, России, Беларуси (53.884,58.51)
  2. Синие скалы (Кульсугадыташ)
  3. Кульсугадыташ (Синие скалы), Башкортостан 2020 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған.
  4. Синие скалы (Кульсугадыташ)
  5. Словарь топонимов Башкирской АССР. - Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 г.- 200 стр.

Видео

  • YouTube сайтында Видео Кульсугадыташ (Синие скалы)
  • YouTube сайтында Видео Кульсугадыташ или Синие скалы