Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтдин Шәмсетдин улы

Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтдин Шәмсетдин улы (1916—1991) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, рядовой, III дәрәжә Дан ордены кавалеры[1].

Биографияһы

Мөхәмәтдин Шәмсетдин улы Ҡорбанғәлиев 1916 йылда Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусы составындағы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мөрсәлим ауыл биләмәһе) ҡараған Илсекәй ауылында Ҡорбанғәлиев Шәмсетдин Хисаметдин улының хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлаған.

1930-сы йылдарҙа Мөхәмәтдин Мәсәғүт ауылында асылған бухгалтерҙар курсына уҡырға инә. Өс ай уҡығандан һуң, «халыҡ дошманы» улы булараҡ, уҡыуынан ҡыуыла.

1929 йылда атаһы Шәмсетдин, олатаһы Хисаметдин Ҡорбанғәлиевтар кулак синыфы тип иғлан ителә һәм сәйәси золом ҡорбанына әйләндерелә, уларҙың малын, мөлкәтен тартып алалар.

1939 йылда Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтдин Салауат район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла[2].

Ҡаһарманлығы

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Белоруссияның Витебск ҡалаһы янындағы биләмәләрҙәге алыштарҙа ҡатнаша һәм Украинала Днепр йылғаһын кисеү һынауын үтә.

222-се ғәскәри часы ҡыҙылармеецы рядовой Мөхәмәтдин Шәмсетдин улы 1944 йылдың 28 июнендә ҡаты йәрәхәтләнә — бот муйынсаһы зарарлана.

1944 йылдың 25 октябрендә 2841-се эвакогоспиталь табиптар комиссияһы уны артабан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тигән ҡарар сығара. Яугирға II төркөм инвалидлыҡ бирелә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Ғаиләһе

Олатаһы Хисаметдин мулла Ғәйнетдинов XIX быуат башында күрше Урмансы ауылынан күсерелгән элекке указлы ахун Ҡорбанғәле Тимерәков нәҫеленән була. Уларҙың нәҫелен Илсекәйҙә Тимерәктәр тип йөрөтәләр. Хисаметдин мулла менән Сәхибъямал абыстайҙың алты улы: Шәмсетдин, Ғабиҙулла, Әхмәтвара, Шайкамал, Мөхәмәт, Һаҙый һәм ике ҡыҙы — Ғөррә менән Фәйхүнә — була. Шәмсетдин һәм 1-се ҡатыны Хәкимәнең улдары Мөхәмәтдин менән Хәлит, ә 2-се ҡатынынан — балалары Закуан, Ләбиб, Фәйез һәм Мәрйәм тыуған.

Атаһы, 1896 йылғы Шәмсетдин Хисаметдин улы, рядовой уҡсы, 1943 йылдың 13 авгусында Смоленск өлкәһе Киров районы Кушляковка ауылында һәләк була.

Мөхәмәтдин Ҡорбанғәлиевтың беренсе ҡатыны Рәхбәрә Рәхимҡол ҡыҙы Вәлиеванан Дарвин исемле улы. була.

Һуғыштан һуң өйләнгән икенсе ҡатыны Фатима менән туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Балалары: Ғәлимә, Фәйхүнә, Әнисә, Хәлиҙә, Гөлсөм, Ғәҙилә, улдары Сулпан, Альфред [5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Сығанаҡтар

  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
  • Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015

Иҫкәрмәләр

  1. Память народа. Курбангалиев Мухаметдин Шамсутдинович. Призыв
  2. Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015
  3. Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), с. 13 «Дизайн», 2015
  4. Память народа. Орден Славы III. 17.02.1972
  5. Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015