Ҡотлогилдин Наил Закир улы

Ҡотлогилдин Наил Закир улы (рус. Кутлугильдин Наиль Закирович; 1946 йылдың 20 сентябре, Юрматы (тарихи урын), Башҡорт АССР-ы2026 йылдың 26 июне) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1999—2003 йылдарҙа «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһенең генераль директоры. 2003—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Сәнәғәт, танспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почётлы нефтехимигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтехимигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2007).

Биографияһы

Наил Закир улы Ҡотлогилдин[1] 1946 йылдың 20-се сентябрендә Ағиҙелдең һул яҡ ярында урынлашҡан Юрматы исемле башҡорт[2] ауылында (хәҙерге Ишембай ҡалаһы) тыуған. Ишембай ҡалаһындағы 2-се мәктәп-интернатын (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын) тамамлай. Совет Армияһы сафынан ҡайтҡас, 1968 йылдан Салауат ҡалаһындағы 18-се нефтехимия комбинатында эшләй. Аппаратсы ярҙамсыһынан генераль директорға тиклем бөтә баҫҡыстарҙы ла үтә. 1983 йылда ситтән тороп Өфө нефть институтын тамамлай, инженер-технолог һөнәрен ала.

1968 йылдан Салауат ҡалаһындағы 18-се нефтехимия комбинатында эшләй, 1977—1980 йылдарҙа — нефть эшкәртеү заводының (НПЗ) 9-сы цехының установка начальнигы.

1980—1985 йылдарҙа — НПЗ-ның 9-сы цехында начальник урынбаҫары, начальник.

1987—1994 йылдарҙа — НПЗ-ның баш инженеры.

1994 йылда Европалағы иң ҙур нефть эшкәртеү комплексы — «Салауатнефтеоргсинтез» берләшмәһенең баш инженеры итеп тәғәйенләнә, 1996 йылдың майынан 1997 йылдың апреленә тиклем генераль директор була.

1997—1998 йылдарҙа «Башнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Президенты.

1999 ғинуарында «Салауатнефтеоргсинтез» ААЙ генераль директоры итеп тәғәйенләнгән.

Наил Закир улы эшләгән дәүерҙә предприятиела нефть эшкәртеү заводында Ҡарасағанаҡ газ конденсатын эшкәртеү өсөн ЭЛОУ-АВТ-4 установкаһы, диэтиленгликоль производствоһы, водород алыу өсөн мембраналы технология индерелә, АВТ-4-БЛОК ЭЛОУ установкаһын өҫтәлмә йыһазландырыу, тәбиғәтте һаҡлау ҡоролмалары эшләй башлай, шул иҫәптән цистерналаҙы парлау узелы, Ромадановкала ҡалдыҡтар күмеү өсөн полигон, НЭЗ-да түгеү эстакадаһы,Ағиҙел йылғаһы ярҙарын нығытыу кеүек эштәр башҡарыла.

1998 йылдан 2002 йылға тиклем Н. З. Ҡотлогилдин «Салаватнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Директорҙар советының вазифаһынан азат ителгән рәйесе була.

2003 йылдан 2008 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың өсөнсө саҡырылыш депутаты, Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, энергетика һәм эшҡыуарлыҡ комитеты рәйесе.

2008 йылда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың дүртенсе саҡырылыш депутаты итеп һайлана, Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса даими комитеты рәйесе була.

2007 йылда «Салауат ҡалаһының Почётлы гражданы» тигән исем бирелә.

Ул 2026 йылдың 26 июнендә 79 йәшендә Өфөлә вафат була[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 1999 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһына депутат булып һайлана.

Ишембай һәм Салауат ҡалалары төҙөлгәндә юҡҡа сыҡҡан ауылдарға (шул иҫәптән тыуған ауылы Юрматыға) ҡуйылған «Юрматы ере» һәйкәл- комплексын төҙөүҙе башлап йөрөүсе, һәйкәл төҙөүҙе хәстәрләүсе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ-энергетика министрлығының почетлы нефтехимигы (1996);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2002);
  • Салауат Юлаев ордены (2002);
  • «Хеҙмәт ветераны»;
  • Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2007)[4].

Ғаиләһе

Өйләнгән. Ейәне бар.

Иҫкәрмәләр

  1. http://img-fotki.yandex.ru/get/6303/36256508.18/0_5f08c_13713553_orig
  2. Кутлугильдин Наиль Закирович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2012. Архивировано 5 март 2016 года.
  3. Светлая память о Наиле Закировиче Кутлугильдине навсегда останется в наших сердцах... (26 июнь 2026). 28 июнь 2026 тикшерелгән.
  4. Кутлугильдин Наиль Закирович. Городской округ город Салават Республики Башкортостан.

Һылтанмалар