Ҡотошов Салауат Шәйхелислам улы
Салауат Шәйхелислам улы Ҡотошев (рус. Кутушев Салават Шайхил-Исламович; 1976 йылдың 13 феврале, Ташкент) — Рәсәй юрисы, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Рәсәй граждандар авиацияһы топ-менеджеры, илдең аэропорт һәм аэродромдар селтәре үҫеше инициаторы. 2008—2011 йылдарҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортының, 2014 йылдан «Калуга» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010), II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры (2019).
Биографияһы
Салауат Ҡотошов 1976 йылдың 13 февралендә Үзбәк ССР-ының баш ҡалаһы Ташкентта тыуған[1].
2000 йылда Башҡорт дәүләт университетынының юридик факультетын тамамлай.
2002 йылда Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында аспирантура тамамлай.
2003 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының хоҡуҡи тәьминәт бүлегендә начальник, мөнәсәбәттәргә контроллек буйынса баш белгес булып эшләй.
2005 йылда Дәүләт милке менән идара итеү буйынса Федераль агентлыҡтың Башҡортостан Республикаһындағы территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
2010 йылда Граждандар авиацияһы академияһын (Санкт-Петербург), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс академияһын тамамлай.
2008—2011 йылдарҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортын етәкләй[2], 2011 йылдан «Ермолин» халыҡ-ара аэропортының идарасы компанияһында етәксе була, 2014 йылдан — «„Калуга“ халыҡ-ара аэропорты» АЙ генераль директоры итеп тәғәйенләнә.
2009—2010 йылдарҙа Рәсәйҙә тәүге тапҡыр төбәк пассажирҙар авиацияһын тергеҙеү проектының инициаторы була, Башҡортостан Республикаһында Нефтекама, Сибай аэродромдарын реконструкциялай.
2011 йылдың 2 февралендә Салауат Ҡотошов Мысырҙағы Революция (2011—2013) сыуалыштары ваҡытында рәсәйлеләрҙе тыуған иленә ҡайтарыу экпедицияһын етәкләй.[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- «Кавказдағы хеҙмәте өсөн» миҙалы;
- «Хәрби хәрәкәттәр ветераны» миҙалы;
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы;
- Жуков миҙалы;
- «Транспорт милицияһына 90 йыл» миҙалы;
- «Почетлы геодезист» исеме;
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010);
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2019);
- «Авиапредприятие үҫешенә шәхси өлөш индергәне өсөн» номинацияһында «Рәсәйҙең Һауа ҡапҡаһы» милли премияһы еңеүсеһе (2023)[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ АвиаПОРТ. Справочник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2019.
- ↑ Международный аэропорт "Уфа" будет развивать региональные авиаперевозки. Башинформ, 18.08.2010. 25 февраль 2019 тикшерелгән.
- ↑ РИА Новости (02.02.2011). 25 февраль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Кутушев Салават Шайхил-Исламович. Международный аэропорт «Калуга». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.