Ҡуҙы (йондоҙнамә билдәһе)

Ҡуҙы билдәһе

Ҡуҙы[1][2] (лат. Aries — һарыҡ) — астрологиялағы төшөнсә, йондоҙнамәләге беренсе билдә. Балыҡтар һәм Буға билдәләре араһында тора, яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡыттан һанағанда эклиптика секторының 0-30 градусына тап килә[3][4][5].

Ҡуҙы билдәһенә 20 марттан[6] йәки 21 марттан алып[7] 20 апрелгә тиклем тыуғандар инә, сөнки көнбайыш астрологияһы күҙлегенән, был ваҡытта Ҡояш Ҡуҙы билдәһендә була[6][7].

Әгәр астрологтар күҙаллауына ярашлы, Платондың Бөйөк йылы йәки эклиптика буйынса яҙғы көн менән төн тигеҙләшкән ваҡыттың тулы әйләнеше 25920 йылға тигеҙ булһа, Ҡуҙының астрологик дәүере яҡынса беҙҙең эраға тиклем 2000 йылдан беҙҙең эраның 0-се йылдарына тура килә[8]

Йондоҙнамә йылы ғинуарҙа түгел, ә ҡояш яҙғы көн менән тән тигеҙләшкән ваҡытҡа ингәс, мартта башлана[9]. Шуға күрә, беренсе билдә булараҡ Ҡуҙы эволюция башланыуын символлаштыра; шулай уҡ ул яңырыу[10] һәм башланғысҡа ҡайтыуҙы белдергән циклдың һуңғы билдәһе лә.

Ҡуғҙы билдәһенә Ут стихияһы тура килә[4].

Идара иткән планетаһы — Марс[3].

Төҫө — ҡыҙыл менән аралашҡан аҡ[11].

Ҡуҙыны, ғәҙәттә, һарыҡ, йәки, анығыраҡ әйткәндә, алтын тиреле һарыҡ рәүешендә һүрәтләйҙәр[12]. Хайуандың символизмы — уның юл башлаусы булараҡ беренселегендә (һарыҡ көтөү алдынан йөрөй), уның физик көсөндә һәм аталаныу функцияһында һәм мөҙгөҙҙәренең спираль рәүешендә симметриялы булыуында[10].

Ҡуҙы билдәһен, астрономия буйынса Ҡояш 19 апрелдән 13 майға тиклем булған Ҡуҙы йондоҙлоғо менән бутарға ярамай[13].

Мифология

undefined

Боронғо Мысыр мифологияһында Ҡуҙы, ғәҙәттә, Мысыр Аллаһы Амон, ә Боронғо Греция мифологияһында — Афамант батшаның улы Фрикс Фессалиянан Колхидаға диңгеҙҙе өҫтөндә йөҙөп сыҡҡан алтын тиреле һарыҡ менән тиңләштерелә. Колхидала Фрикс Ҡуҙыны Зевсҡа ҡорбан итеп килтерә, ә уның алтын тиреһен Колхида батшаһына бүләк итә; мифтың икенсе версияһы буйынса, ҡуҙы тиреһен үҙе һала. (Һуңынан алтын тирене авгонавтар башлығы Ясон ҡулға төшөрә). Зевс хайуандың ҡаһарманлығын баһалай һәм уны күккә йондоҙлоҡ итеп урынлаштыра[12][14].

Он содержит звезды: на голове одну; на ноздрях три; на шее две; на конце передней ноги одну яркую; на хребте четыре; на хвосте одну; под животом три; на бедре одну; на бедре одну; на конце задней ноги одну. Всего семнадцать.

Эратосфен «Катастеризмы»[14]

Классификация

Zodiac CC.svg
undefined

Ҡуҙыны, йондоҙнамә билдәһе булараҡ, төрлө критерийҙар буйынса түбәндәгесә классификациялайҙар:

  • квадранттар йәки йыл миҙгелдәре буйынса — яҙғы сиреге сангвиник, эҫе һәм дымлы[4]
  • триплицеттар буйынса (стихиялар) — ут, (утлы, ҡайнар һәм ҡоро)[4]
  • тигеҙләнеү нөктәһенә ҡарата урынлашыуы буйынса — төньяҡ[15]
  • тригондар буйынса — көндөҙ — Ҡояш тригоны, төнөн — Зевс[5]
  • ярһыулыҡ буйынса — ярһыулыҡта Ҡояш[5][16], тыныслыҡта Сатурн[17][16]
  • идара иткән планеталары буйынса — Марс[3]
  • билдә тәбиғәте буйынса — хәрәкәтсән йәки кардиналь[15], тропик[5]
  • енес принцибы буйынса — ир-ат[3][5][15]
  • йәшәү урыны буйынса — Арес (Марс) аллаһы торағында йәшәй[5]
  • төбәк буйынса — Персия[5]
  • кешенең тән өлөштәре буйынса — баш[5]
  • буйһоноусанлыҡ буйынса — командалыҡ итеүсе[4]
  • асцендентта булыу ваҡыты буйынса — ҡыҫҡа йәки ауыш күтәрелеү билдәһе[4]

Көнбайыш булмаған астрология аңлатмаһы

Бхавачакра

Ҡуҙы йондоҙнамәләге генә түгел, Бхавачакралағы — тормош ҡуласаһындағы киңлектә лә беренсе билдә[18]. Ул ут стихияһы менән бәйле, уның башланғыс торошо, санскритта «саттва» тип аталған эске «тигеҙлеге»[18]. Ут тригонына Ҡуҙынан ♈︎ башҡа Арыҫлан ♌︎ һәм Уҡсы ♐︎ инә[19].

Ҡуҙы яҙғы көн менән төн тигеҙләшеүен белдерә. Уға ҡапма-ҡаршы булып Үлсәү билдәһе тора (Һауа стихияһы, «саттва», көҙгө көн менән төн тигеҙләшкән ваҡыт. шул уҡ күсәрҙә, йондоҙнамәне тигеҙ өлөшкә бүлеп, дүрт билдә урынлашҡан, уларҙың һаны ваҡыттың һәм киңлектең ике ҡулсаһында ла бер үк[18]:

  • Ҡуҙы ♈︎ — инеүсе ут билдәһе, саттва (тигеҙлек), һаны — 1;
  • Ҡыҙ ♍︎ — китеүсе Ер стихияһы, раджас (дәрт йәки эшмәкәрлек), һаны — 6;
  • Үлсәү ♎︎ — инеүсе һауа стихияһы, саттва (7);
  • Балыҡ ♓︎ — китеүсе һыу стихияһы, раджас (12).

Ошо дүрт стихия төрөнә тап килгән билдәләрҙең һандарын ҡушып (1+6+7+12), 26 — тормош ҡулсаһының 12 билдәһе өсөн урта тигеҙлек һанын алабыҙ. 12 билдәнең уртаҡ суммаһы — 78, йәғни өс тапҡыр 26. Ошо көн менән төндө айырп торған үҙәк күсәрҙә бер генә инерт, йәнһеҙ билдә юҡ. Күсәр үҙе йәнһеҙ, бер ярымсфераның икенсеһенә күсеүен күрһәтә[20].

undefined

Үлсәү ♎︎ (7) һәм Ҡыҙ ♍︎ (6) — йондоҙнамәнең уртаһы, икеһе бергә 13 һанына тигеҙ. Ҡуҙы ♈︎ (1) һәм Балыҡ ♓︎ (12) билдәләре лә 13 һанын бирә. шуға күрә был дүрт билдә Йондоҙнамәлә мөһим роль уйнай[9].

Боронғо Мысыр

Боронғо Мысыр йондоҙнамәһе Дандарала Ҡуҙы йондоҙлоҡ поясында 32°-та тора[21].

Вавилон

Вавилон йондоҙнамәһендә Ҡуҙы «бер көнгә ирекмән» (фр. le Journalier). «Ҡуҙы» атамаһы кешелекте Бөтә донъя һыу баҫыуынан ҡамыштан ҙур кәмә эшләп, уға кешене һәм хайуандарҙы ҡотҡарған Эа аллаһы — "эриду ҡуҙыһы"на бирелә. Эаның символы — һарыҡ башлы таяҡ була[22].

График символы

Ҡуҙы символы ♈ Юникодта унарлы 9800 йәки ун алтылы 2648 номеры менән бирелгән. U+2648 төп варианты: ♈; VS15 FE0E селекторы менән текст варианты: ♈︎; VS16 селекторы менән эмодзи варианты: ♈️. HTML-кодҡа ♈ йәки ♈ булараҡ индерелеүе мөмкин[23].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Русский орфографический словарь Российской академии наук. Отв. ред. В. В. Лопатин.
  2. Большой толковый словарь русского языка. Гл. ред. С. А. Кузнецов. Первое издание: СПб.: Норинт
  3. 1 2 3 4 Клавдий Птолемей
  4. 1 2 3 4 5 6 Лилли У., 1999, с. 101—106
  5. 1 2 3 4 5 6 7 8 Абдулманова И. В., 2021, с. 155—158
  6. 1 2 Сурдин В. Г. Астрология и общество // Природа. — 1994. — № 5.
  7. 1 2 Smith J. C., 2010
  8. Михайлов О. В., 2011, с. 58—59
  9. 1 2 Normand, 2012, с. 210
  10. 1 2 Normand, 2012, с. 207—208
  11. Лилли У., 1999, с. 101
  12. 1 2 Aries (ингл.). Britannica (20 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2023.
  13. Shapiro L. T., 1977
  14. 1 2 Эратосфен. Катастеризмы.
  15. 1 2 3 Лилли У., 1999, с. 102
  16. 1 2 Аль-Бируни. Наука о звездах. — начало XI века.
  17. Лилли У., 1999, с. 79—80
  18. 1 2 3 Normand, 2012, с. 209
  19. Ларусс, 2011, с. 656
  20. Normand, 2012, с. 209—210
  21. Slosman, 2017, с. 40
  22. Normand, 2012, с. 207
  23. Unicode Decimal Code ♈. Code Table .NET. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2023.

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә