Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты

Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты (элек Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте; ҡырғ. Кыргыз Республикасынын Министрлер Кабинети) — Ҡырғыҙ Республикаһының башҡарма власть органы. Уның менән Дәүләт Президенты етәкселек итә.

Ил Конституцияһына ярашлы, башҡарма власть эшмәкәрлеген координациялау хоҡуғы дәүләт башлығы компетенцияһында. Шуға күрә Министрҙар кабинеты рәйесе бер үк ваҡытта Президент Хакимиәте етәксеһе лә булып тора.

Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты составы

Министрҙар Кабинетының структураһы һәм составы президент тарафынан билдәләнә.

Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты рәйес, рәйес урынбаҫарҙары, министрҙар һәм дәүләт комитеттары рәйестәренән тора.

Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты рәйесен Ҡырғыҙ Республикаһының президенты тәғәйенләй.

Министрҙар кабинеты рәйесе, уның урынбаҫарҙары һәм министрҙар кабинеты ағзаларын президент Жогорку Кенеш (Юғары Совет) ризалығы менән тәғәйенләй.

Министрҙар кабинеты рәйесе Конституцияға, конституцион законға һәм Президент указдарына ярашлы министрҙар кабинеты эшмәкәрлеген ойоштора.

Министрҙар Кабинеты рәйесе Министрҙар Кабинаһы эшмәкәрлеге өсөн президент алдында яуаплы.

Президент үҙ инициативаһы буйынса ғәмәлдәге составты йәки министрҙар кабинеты ағзаһын отставкаға ебәрергә хоҡуҡлы.

Министрҙар кабинеты ағзалары отставка тураһында ғариза бирергә хоҡуҡлы. Отставканы президент ҡабул итә йәки кире ҡаға.

Министрҙар кабинеты рәйесенең отставкаға китеүе бөтә министрҙар кабинетының отставкаға китеүен күҙ уңында тотмай.

Министрҙар Кабинентының ғәмәлдәге составы министрҙар кабинетының яңы составы тәғәйенләнгәнгә тиклем үҙ бурыстарын үтәүен дауам итә.

Һайланған президент вазифаһына инһә, министрҙар кабинетының бөтә составы вәкәләттәрен һала.

Ҡырғыҙ Республикаһы министрҙар кабинеты ағзалары[1]

Вазифа Портреты Фамилия һәм исеме Партия Вазифаға инеү датаһы
Министрҙар кабинеты рәйесе Акылбек Жапаров (19-11-2021).jpg Жапаров Аҡылбек партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
Рәйес урынбаҫарҙары
Министрҙар кабинеты рәйесе 1-се урынбаҫары Kozhoshev.jpg Кожошев Арзыбек партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
рәйес урынбаҫары Baisalov Edil at a conference.jpg Байсалов Эҙил партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
рәйес урынбаҫары Emblem of Kyrgyzstan.svg Аалиев Азиз партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
Emblem of State Committee for National Security.png

Рәйес урынбаҫары — Милли именлек буйынса дәүләт комитеты рәйесе

Kamchybek Tashiev.png Ташиев Камчыбек партияла тормай 5 май 2021 йыл
Министрҙар
Ministry of Foreign Affairs of Kyrgyz Republic logo.svg

Сит ил эштәре, тышҡы сауҙа һәм инвестициялар министры
Кулубаев Жээнбек партияла тормай 22 апрель 2022 йыл
Emblem of Ministry of Justice of Kyrgyzstan.jpg

Юстиция министры

Emblem of Kyrgyzstan.svg Баетов Аяз партияла тормай 13 октябь 2021 йыл
Armed Forces of the Republic of Kyrgyzstan.svg

Оборона министры
Baktybek Bekbolotov.jpg Бекболотов Баҡтыбәк партияла тормай 6 сентябрь 2021 йыл
Финанстар министры Emblem of Kyrgyzstan.svg Баҡытаев Алмаз партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
Иҡтисад һәм сауҙа министры Emblem of Kyrgyzstan.svg Амангельдиев Данияр партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
Logomvd.png

Эске эштәр министры

Emblem of Kyrgyzstan.svg Ниязбәков Улан партияла тормай 14 октябрь 2020 йыл
Хеҙмәт, социаль тәьминәт һәм миграция министры 0D6A8876.jpg Баҙарбаев Ҡудайберген партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
Мәғариф һәм фән министры Emblem of Kyrgyzstan.svg Көпәшев

Болотбәк

партияла тормай 5 май 2021 йыл
Һаулыҡ һаҡлау министры Emblem of Kyrgyzstan.svg Бейшеналиев

Алымҡадир

партияла тормай 5 май 2021 йыл
Транспорт һәм элемтә министры Emblem of Kyrgyzstan.svg Осоев Эркинбек партияла тормай 10 август 2021 йыл
Энергетика министры Emblem of Kyrgyzstan.svg Бикмырҙаев

Дуҫҡол

партияла тормай 8 июнь 2021 йыл
Coat of Arms of Ministry of Agriculture of KR.png

Ауыл хужалығы министры
Министр сельского хозяйства КР.png Йәнебәков Асҡар партияла тормай 3 февраль 2021 йыл
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Emblem of Kyrgyzstan.svg Ажикеев Бообек партияла тормай 14 октябрь 2020 йыл
Мәҙәниәт, мәғлүмәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Emblem of Kyrgyzstan.svg Жаманҡолов Азамат партияла тормай 13 октябрь 2021 йыл
Тәбиғәт ресурстары, экология һәм техник күҙәтеү министры Emblem of Kyrgyzstan.svg Торғонбаев Мелис партияла тормай 15 март 2023 йыл

Иҫкәрмәләр

  1. Члены кабинета министров. Кабинет министров Киргизской Республики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 октябрь 2021. Архивировано 18 октябрь 2021 года. Министерства и ведомства на сайте Правительства Киргизской Республики

Категориялар