Ҡыуандыҡов Факил Афзал улы

Факил Афзал улы Ҡыуандыҡов (рус. Кувандыков Факил Афзалович1956 йылдың 13 марты, Яңы Монасип ауылы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй фельдшеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2002).

Биографияһы

Факил Афзал улы Ҡыуандыҡов 1956 йылдың 13 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Монасип ауылында тыуған.

1979 йылда Белорет медицина училищеһын тамамлай[1].

Ғәҙелгәрәй ауылында фельдшер (1979).

1980 йылдан — үҙәк район дауаханаһының «Тиҙ ярҙам» хеҙмәте фельдшеры.

1985 йылдан — Иҫке Монасип фельдшер-акушер пункты фельдшеры.

1985 йылдан — Яңы Монасип фельдшер-акушер пункты фельдшеры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре[2] (2002)
  • Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы (2015).
  • «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы» миҙалы (2019)[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Кувандыков Факил Афзалович. Информацияс официальных ресурсов ЦИК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.
  2. Указ Президента Республики Башкортостан от 01.07.2002 № УП-308
  3. Праздничные мероприятия, посвященные Дню Республики. Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2026.

Һылтанмалар