Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улы
Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улы (рус. Куватов Дамир Мударисович) (20 июль 1933 йыл — 31 октябрь 2012 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты.
Биографияһы
Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улы 1933 йылдың 20 июдендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Аҡъюл ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1957 йылда Одесса технологик институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1957 йылда тнститутты тамамлағас Бөрө, Мәләүз, Өфө, Сибай икмәк ҡабул итеү преприятиеларында етәксе вазифаларында башлай. 1982 йылдан 1994 йылдың майына тиклем «Башкортостанхлебпродукт» производство берләшмәһендә генераль директор булып эшләй. Башҡортостан Республикаһының икмәк продукттары системаһы етәксеһе Дамир Мөҙәрис улы Ҡыуатов эшләгән осорҙа элеваторҙарҙың ҡеүәте реконструкциялана, яңы предприятиелар төҙөлә, ашлыҡ киптереү процессын камилләштырыу буйынса бик ҙур эш башҡарылуы факты асыҡланды.[1][2]
Ейәнсура районы, 205-се Иҫәнғол һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. [3]
Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улы 2012 йылдың 31 октябрендә Өфөлә вафат була, Өфөлә ерләнгән.[4]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Октябрь Революцияһы ордены, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре маҡтыулы исеме.
Ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Деловой мир Башкортостана
- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34
- ↑ Дамир Куватов — ученый, исследователь, парламентарий
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104