Ҡәйүмов Нәғим Харис улы
Ҡәйүмов Нәғим Харис улы (рус. Каюмов Нагим Харисович; 1954 йылдың 10 декабре, Айҙаҡай, Башҡорт АССР-ы) — табип, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Балаҡатай район үҙәк дауаханаһының фтизиатр табибы. 2024 йылдан район советы рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе.
Биографияһы
Нәғим Харис улы Ҡәйүмов 1954 йылдың 10 декабрендә Башҡорт АССР-ының Балаҡатай районы Айҙаҡай ауылында тыуған.
Юғары белемле: 1978 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын «Дауалау эше» һөнәре буйынса, 2012 йылда — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын «дәүләт органдары һәм муниципаль органдар менән идара итеү» һөнәр буйынса тамамлаған.
1982 йылдан — Балаҡатай район үҙәк дауаханаһының Ямаш ауыл участка дауаханаһы хирургы, акушер-гинекологы, терапевы, эндоскописы, лазер терапеяһы табибы.
1993 йылдан — Ҡарлыхан ауыл участка дауаханаһының дөйөм практика табибы, баш табибы.
2015 йылдан — Балаҡатай район үҙәк дауаханаһының фтизиатр табибы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе
- «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почёт грамотаһы
- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Почёт грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 https://ideputat.er.ru/user/140061?ysclid=m50kgniucx515034048
- ↑ Местные советы выбирают руководителей. Газета «Республика Башкортостан» (2 ноябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Состоялось первое заседание Совета муниципального района Белокатайский район шестого созыва. Вестник Центральной избирательной комиссии Республики Башкортостан (26 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
- ↑ Каюмов Нагим Харисович. Сайт «Избиратель — Депутат». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2026.
Һылтанмалар
• Муниципальный район Белокатайский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная > Совет > Структура > Каюмов Нагим Харисович: заместитель председателя Совета (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2024)
• Сайт Избиратель-Депутат. Найди своего депутата. Каюмов Нагим Харисович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2024)
• Сегодня свой юбилей отмечает врач-фтизиатр участковый Нагим Харисович Каюмов. Белокатайская центральная районная больница. 10 декабря 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2024)