Үзбәк хан мәсете
Үзбәк хан мәсете (ҡырымтат. Özbek Han camisi, Озьбек Хан джамиси) — Ҡырым Республикаһының Иҫке Ҡырым ҡалаһындағы архитектура ҡомартҡыһы. Ярымутрауҙа һаҡланып ҡалған мәсеттәрҙән иң боронғоһо[1].
Тарихы
XIII−XIV быуаттарҙа Ҡырым, йәғни Солхат ҡалаһы Алтын Урҙа административ бермәгенең үҙәге булып тора. Уның буйынса бөтә ярымутрауҙы атай башлайҙар. Был бай сауҙа ҡалаһы була.
1314 йылда Алтын Урҙа хакимы Үзбәк хан осоронда, Солхатта мәсеткә нигеҙ һалына. Бай ҡатын Инжебәк-ханым[2] инициативаһы буйынса 1332 йылда мәсет ҡарамағында мәҙрәсәгә нигеҙ һалына. Хәҙерге көндә мәҙрәсә хараба хәленә килгән, ә мәсет бинаһы тулыһынса һаҡланған.
Мәсеттең формаһы ябай, тура мөйөшлө, ҡыйығы ике яҡлы. Бер манараһы бар. Портал һәм миһраб семәр һәм яҙыуҙар менән биҙәкләнгән, уларҙа төҙөлөү датаһы күрһәтелгән. Хәҙерге ваҡытта ла мәсет эшләй, бында даими рәүештә туристтар килә.
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Старейшей мечети Крыма исполняется 700 лет. newsru.com (15 октябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2014.
- ↑ 1371 йылда мәҙрәсә янында ерләнә.
Әҙәбиәт
- Левичев И., Тимиргазин А. Коктебель. Старый Крым. — Симферополь: Сонат, 2003.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |