Үләмаев Сәғит Хайбрахман улы
Үләмаев Сәғит Хайбрахман улы (15 сентябрь 1919 йыл — сентябрь 1985 йыл[1]) — совет хәрби начальнигы, генерал-майор (1963). Бөйөк Ватан һуғышында һәм Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашҡан. Омск юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһы начальнигы (1963—1974). ВКП(б) ағзаһы (1942), Омск ҡала советы депутаты (1971, 1973).
Биографияһы
Сәғит Хайбрахман улы Үләмаев 1919 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Түбәнге Тирмә ауылында тыуа. 1934 йылда шул уҡ райондың Ҡалмаш ауылында 7 класты тамамлай. 1937 йылға тиклем Өфө ҡалаһында педрабфакта уҡый. Һуңынан ике йыл Үзбәк ССР-ы Фирғәнә өлкәһенең Богдат районында Каганович исемендәге йәштәрҙең тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта.
1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1950 йылда Ворошиловский ОДОСА ҡарамағындағы Марксизм-ленинизмдың киске университетын тамамлай. 1971 һәм 1973 йылдарҙа Омск ҡала хеҙмәтсәндәре депутаттары советына депутат итеп һайлана.
Ҡыҙ һәм ике ул атаһы.
Совет Армиияһында хеҙмәте
1939 йылда Үзбәк ССР-ының Богдат хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1940 йылдың февраленә тиклем Киев хәрби округының (Конотоп ҡалаһы) 325-се артиллерия полкы ҡыҙыл армеецы. Артабан 1941 йылдың авгусына саҡлы — Архангел хәрби округының Череповец пехота училищеһы курсанты. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ноябргә тиклем Калинин фронтының 29-сы армияһының 369-сы уҡсылар дивизияһының 1225-се уҡсылар полкы уҡсылар ротаһының командиры була.
1941 йылдың ноябренән 1942 йылдың апреленәсә — полк штабы начальнигы ярҙамсыһы.
29-сы армия составында Ржев ҡалаһы районында (Мончалово станцияһы) ҡамауға эләгә. 1942 йылдың апреленән декабренә тиклем Калинин һәм Көнбайыш фронттарҙың 30-сы армияһының 369-сы уҡсылар дивизияһы штабының оператив бүлексәһе начальнигы ярҙамсыһы. Һуңынан 1946 йылдың ноябренәсә Ҡыҙыл Байраҡлы, Ленин һәм 1-се дәрәжә Суворов орденлы М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия тыңлаусыһы була. Еңеү парадында ҡатнаша.
1946 йылдың ноябренән декабренә тиклем Приморье хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы ҡарамағында була. Артабан ошонда уҡ Штабтың оператив идаралығы оператив бүлексәһе начальнигы ярҙамсыһы, офицеры (1947—1949) була. 1949 йылдан — 3-сө гвардия механизацияланған Сталинград дивизияһының 7-се гвардия механизацияланған полкының штаб начальнигы. Һуңынан 1957 йылғаса — шул уҡ дивизияның 9-сы Молодечненксий механизацияланған Ҡыҙыл Байраҡлы полкының штаб начальнигы, 8-се гвардия полкының командиры, штаб начальнигы була.
1958—1960 йылдарҙа — СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабы хәрби академияһының төп факультеты тыңлаусыһы. Һуңынан 1965 йылға тиклем — 12-се мотоуҡсылар дивизияһы командиры.
1965—1974 йылдарҙа — Омск юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһы начальнигы[2]. 1974 йылдың сентябрендә сәләмәтлек торошо буйынса запасҡа сығарыла.
1985 йылдың сентябрендә вафат була.
Наградалары
• «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1942, 1950)
• Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1955, 1967)
• Ике «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (09.05.1945, 09.08.1945)
• «Японияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[3].
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Улямаев Сагит Хайбрахманович
- Торжественным маршем по Красной площади
- В Сибири Рожденное. Страницы истории Омского высшего общевойскового командного дважды Краснознамённого училища им. М. В. Фрунзе, Омск, Омское книжное издательство. 1987 год.
- Омский кадетский корпус : история и современность / Басаев Виктор Романович. — Омск: Омский дом печати, 2003. — ISBN 5-86849-251-X
- Список имен ветеранов военного городка Боровка
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |