Үтәбаева Фәйрүзә Юныс ҡыҙы
Үтәбаева Фәйрүзә Юныс ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы — Иштанова; 1977 йылдың 19 июле, Йәнтеш ауылы, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006)[1].
Биографияһы
Фәйрүзә Юныс ҡыҙы Үтәбаева 1977 йылдың 19 июлендә Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында тыуа.
Белеме
1999 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
1999 йылда Өфө ҡалаһының Шаҡша биҫтәһендә урынлашҡан 122-се гимназияла башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй башлай. 2006 йылдан Киров районының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында башҡорт теле уҡытыусыһы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
2007 йылда Өфө ҡалаһы һәм Киров районы хакимиәте, Әлфиә һәм Тимербулат Кәримовтар ярҙамы менән Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында Мостай Кәрим исемендәге кабинет-музей ойоштора.
Ғаиләһе
Тормош иптәше Әхмәр Үтәбай менән Тамсы исемле ҡыҙ тәрбиәләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006)
• «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2006» республика конкурсы финалисы
• I асыҡ республика сәсәндәр конкурсы Гран-прийы (2006)
• «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проект еңеүсеһе
• «Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2015)[2]
• «Оҫта уҡытыусы» («Педагог-мастер») ҡала конкурсы еңеүсеһе (2023, 2024)
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты (2022)[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ от 12.05.2006 г № УП-174 О присвоении почетного звания «Заслуженный учитель Республики Башкортостан» работникам народного образования Республики Башкортостан
- ↑ Об утверждении списка лучший учителей и преподавателей башкирского и русского языков для присуждения денежного поощрения Правительства Республики Башкортостан
- ↑ Улар — туған телде һаҡлауҙың алғы сафында