Үтәбаев
Үтәбаев — башҡорт ир-ат фамилияһы. Үтәбай исеменән барлыҡҡв килгән.
Үтәбаева — башҡорт ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
- Үтәбаев Инсур Рәмил улы (1979) — уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2019 йыл).
- Үтәбаев Мөхлис Суфиян улы (1888—1970) — ислам дине әһеле. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
- Үтәбай-Кәрими (Үтәбаев) Рауил Алексей улы (1933—2005) — уҡытыусы, ислам белгесе, шәрҡиәтсе, тәржемәсе.
- Үтәбаев Әхмәр Ғүмәр улы (1960) — башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист.
- Яйыҡбай Үтәбаев (1790—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
- Үтәбаева Фәйрүзә Юныс ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы — Иштанова; 19.07.1977) — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2006).
- Үтәбаева Маһинур Мөхлис ҡыҙы (1930—2013) — педагогик хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Үтәбай исеме