Үтәшева Рүзидә Рәсүл ҡыҙы

Үтәшева Рүзидә Рәсүл ҡыҙы (рус. Утяшева Рузида Расуловна, ҡыҙ фамилияһы — Кәримова, 18 февраль 1958 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009)[1].

undefined

Биографияһы

Рүзидә Рәсүл ҡыҙы Үтәшева 1958 йылдың 18 февралендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Лағыр ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. Лағыр ауылы мәктәбендә 8 синыфты тамамлағас, уҡыуын Мәсәғүт педагогия училищеһында дауам итә. Уҡыу йортон 1977 йылда тамамлап, йәш белгес тыуған ауылына башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып ҡайта. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында ситтән тороп уҡый.

1983 йылдан Йылайыр районы Йылайыр урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. 1985 йылда ҡулына юғары белем тураһында диплом ала. 1990 йылдан Йылайыр районының Юлдыбай урта мәктәбендә балаларға белем бирә.

1997—2018 йылдарҙа Сибай ҡалаһы гимназияһы уҡытыусыһы[1].

Ижады

Йәштән ижад менән шөғөлләнә. Район, ҡала, республика матбуғатында ижад емештәре донъя күреп тора. Шиғырҙары һәм хикәйәләре «Мөғжизәләр көтәм», «Йәйғор төҫө». «Салауат күпере» йыйынтыҡтарына индерелә.

Ике китап авторы: шиғырҙары — «Йондоҙҙарҙы усҡа алыр инем…», хикәйәләре «Ете юл сатында» (2015) китабында тупланған[1].

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән өс ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Балалары барыһы ла юридик белемле. Ейән-ейән ейәнсәрҙәре бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009)
• «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе (2013)
• «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (2009)
• «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» (2004)[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Энциклолпедия Салаватского района Республики Башкортостан / Галеева К. К.. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 655. — 800 с. — ISBN 978-5-6049650-1-6.

Сығанаҡтар