Һандуғас (йыр)

«Һандуғас» — киң танылыу алған башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Тарихы

Йырла, егет, киреп киң күкрәгең,
Яңғыратып Уралдың буйҙарын.

Ҡушымта:
Ҡайҙа ла ғына һайрай һандуғас,
Һыу буйҡайҙарында туғайҙа.

Йәш йөрәккәйеңдән сыҡҡан йырҙар
Дәртләндерһен Уралдың улдарын.

«Һандуғас» йырының һүҙҙәре.

«Һандуғас» йыры беренсе тапҡыр XX быуаттың 30-сы йылдары аҙағында яҙып алына. К. Ю. Рәхимов, Ғ.3.Сөләймәнов, Х. Ф. Әхмәтов, Лебединскийҙарҙың пленка яҙмаларында йырҙың варианттары теркәлгән. Тауыш һәм флейта өсөн йырҙы Рәхимов эшкәрткән.

Йыр башҡарыусылар

«Һандуғас» йыры Лилиә Биктимерова, Мәғәфүр Хисматуллин, Мәүлитбай Ғайнетдинов, Вәхит Хызырова һәм башҡа йырсыларҙың репертуарына инә.

Көйҙө ҡулланыу

«Һандуғас» йырының көйө Н.Пейконың «Айһылыу» операһында ҡулланыла.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Башкирская энциклопедия. Уфа. 1996 г. с. 618.
  • Башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө, 1954;
  • Башҡорт халыҡ ижады. 1 том. (Йырҙар) Өфө, 1954 ;
  • Лебединский Л. Н. Башкирские народные песни и наигрыши М., 1965.
  • Надршина Фануза «Башкирские народные песни, песни-предания», изд.: Китап, 1997. ISBN 5-295-02094-0

Һылтанмалар

Категориялар