Һатлыҡов Хөснөтдин Бәҙретдин улы

Һатлыҡов Хөснөтдин Бәҙретдин улы (рус. Сатлыков Хуснутдин Бадретдинович) (1905 йыл — 1981 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (февраль, май 1945) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Һатлыҡов Хөснөтдин Бәҙретдин улы 1905 йылда хәҙерге Башҡортостандың Күгәрсен районы Яҡшембәт ауылында тыуа. 1941 йылда Күгәрсен район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 14-се саперҙар эскадронында сапер булып хеҙмәт итә.

Батырлығы

Гвардия рядовойы Һатлыҡов Хөснөтдин Бәҙретдин улы взвод составында Пилица йылғаһының (Польша) көнбайыш ярына беренселәрҙән булып сыға һәм дошман уты аҫтында сым кәртәләр аша өс рәт үтеү урыны эшләй, юлда дошмандар һалған 12 минаны зарарһыҙландыра. Шуның менән башта килгән полк көстәренә алға барыуҙы тәьмин итә. Был батырлығы өсөн Һатлыҡов Хөснөтдин Бәҙретдин улы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[1].

Ветеран 1981 йылда вафат була.

Сығанаҡтар