Һипкелле йомрогөл

Һипкелле йомрогөл (лат. Globularia bisnagarica, рус. Шаровница точечная) — юл япраҡтары (Plantaginaceae) ғаиләһенә ҡараған йомрогөлдәр (Globularia) ырыуы үлән үҫемлектәре төрө[1].

Таралыуы и экология

Дөйөм таралыуы: Атлантик, Үҙәк, Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европа, Урта Диңгеҙ, Кавказ алды (Ставрополдың тирә-яғы). Рәсәйҙең Европа өлөшөндә һәм Ҡаҙағстанда төр Уральск ҡалаһынан Волга буйы ҡалҡыулығына тиклем таралған, бер нисә айырым популяция барлыҡҡа килтерә. Ареалдың волга-Урал фрагменты Үҙәк һәм Көньяҡ Европала төп өлөшөнән 1500 км-ҙан ашыу алыҫлыҡта урынлашҡан.

Кальцефиль төр. Избезташлы һәм аҡбурлы битләүҙәрҙә, ҡалҡыулыҡтарҙың ҡырсынташлы түбәләрендә үҫә. Ҡоролоҡҡа яраҡлашҡан үҫемлектәр.

Ботаник ҡылыҡһырлама

5—25 см бейеклектәге үҫемлек, тамыры ҡыҫҡа, һабаҡлы, тармаҡлы; һабаҡтары өҫкә ҡарап үҫә, һабаҡта ябай бер башлы сәскәлеге бар, япраҡлы; һабаҡ япраҡтары аҙ һанлы, йәйелгән; сәскә эргәһендәге япраҡтары ҡауырһын йәки киң йомортҡа формаһында, яйлап һаплыға һуҙылған, бөтөн, осо йомро йәки аҙ ҡыяҡланған, тешле һабаҡтағы япраҡтары йомортҡа формаһында бөтөн ситле, осло.

Башлы сәскәлеге яңғыҙ, осло, диаметры 1,3—1,7 см; төклө, осло тештәре бар; тажы һоро-зәңгәр, оҙонлоғо 6—8 мм, өҫкө ирендәре тар һыҙыҡлы өлөштәргә бүленгән; аҫҡы ирендәре өҫкөһенән бер аҙ оҙонораҡ, өс өлөшлө, һыҙыҡлы өлөштәре бар; сәтләүеге 1,5 мм самаһы оҙонлоҡта, оҙонса. Июнь айында сәскә ата; июлдә емеш бирә.

Синонимдар


Globularia adolphi Sennen
Globularia aphyllanthes Crantz
Globularia bolosii Sennen
Globularia caespitosa Ortega ex A.DC.
Globularia cambessedesii subsp. hispanica Willk.
Globularia castellana Sennen
Globularia elongata Hegetschw.
Globularia linifolia subsp. hispanica (Willk.) M.B.Crespo & Mateo
Globularia multicaulis Ten. ex Nyman
Globularia punctata Lapeyr.
Globularia pungens Pourr. ex Willk. & Lange
Globularia tenella Lange
Globularia willkommii Nyman

Иҫкәрмәләр

  1. Шилова И. В., Пархоменко А. С., Денисов А. А., Кондратьева А. О., Кашин А. С. Эколого-ценотическая характеристика сообществ с Globularia bisnagarica L. в Среднем и Нижнем Поволжье // Известия Саратовского университета. Новая серия. Серия: Химия. Биология. Экология. — 2021. — Т. 21, вып. 1. — С. 99—113. — ISSN 1816-9775. — DOI:DOI:10.18500/1816-9775-2021-21-1-99-113.

Әҙәбиәт

Саксонов С. В., Васюков В. М., Сенатор С. А., Раков Н. С., Сидякина Л. В. О некоторых реликтовых элементах флоры Среднего Поволжья // Самарская Лука: проблемы региональной и глобальной экологии. — 2017. — Т. 26, № 4. — С. 46—65. — ISSN 2073-1035.