Кавказ алды

Кавказ алды (рус. Предкавка́зье) — тарихи-географик өлкә, башлыса Оло Кавказ итәгенән төньяҡҡа табан Кума-Маныч уйпатлығы, Сальск-Маныч тауҙары теҙмәһе, көнбайыштан Аҙау диңгеҙе һәм Керчь боғаҙы, көнсығыштан Каспий диңгеҙе менән сикләнгән тигеҙлек биләмәһе[1]..

Тау алды көнбайыш-төньяҡ-көнбайыштан көнсығыш-көньяҡ-көнсығышҡа оҙонлоғо 900 км ашыу, меридиан менән киҫелеше (төньяҡ сигенән көньяҡ сигенә тиклем алыҫлыҡ) — 300 км-ға тиклем.

Физик-географик районланыуы

undefined

Орография йәһәтенән Кавказ алды бүленеше:

  • Көнбайыш Кавказ алды
  • Урта Кавказ алды
    • Ставрополь ҡалҡыулығы (831 м тиклем)
    • Антиклиналь Сунжа (926 м тиклем) һәм Терек (593 (690? м) һырттары Терек-Сунжа ҡалҡыулығы (Терек-Сунжа йылғалары араһы) менән
    • улар араһында (ҡалҡыулыҡтар араһында), көньяҡта — тигеҙлектәр араһында көмбәҙ һымаҡ күтәрелгән Минераль Һыуҙар төркөмө тау-лакколиттары :
  • Көнсығыш Кавказ алды
    • Терек-Кума уйһыулығы
    • Нуғай далаһы
    • Каспий буйы уйһыулығы (Ҡара ерҙәр)

Төбәктең иҡтисади географияһы

Көнбайыш һәм Урта Кавказ Алды — мөһим игенселек районы, Көнсығыш Кавказ алдында урынлашҡан ярымсүл көтөүлектәр. Кавказ алды райондарының күбеһендә нефть (Русский Хутор, Малғабәк-Вознесенский һ. б.) һәм газ (Төньяҡ Ставрополь, Майкоп, Ленинград һ. б.) ятҡылыҡтары билдәле.

Сәйәси бүленеш

Кавказ алды территорияһында Көньяҡ һәм Төньяҡ-Кавказ федераль округы урынлашҡан. Кавказ алды биләмәләрендә тулыһынса тиерлек Ставрополь крайы, Краснодар крайының һәм Адыгеяның төньяҡ-көнсығыш өлөшө, шулай уҡ Ростов өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө һәм Ҡарасай-Черкес, Ҡабарҙы-Балҡар, Төньяҡ Осетия, Ингушетия, Чечня һәм Дағстандың төньяҡ тигеҙлек райондары урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

  1. Хаин В. Е. Новые данные по геологии Предкавказья и их значение для геологии Кавказа // Доклады АН СССР. — 1953. — Т. 90, вып. 2. — С. 132—133.

Сығанаҡтар

  • Хаин В. Е. Новые данные по геологии Предкавказья и их значение для геологии Кавказа // Доклады АН СССР. — 1953. — Т. 90, вып. 2. — С. 132-133.
  • Гвоздецкий Н. А. Кавказ. — М.: Гос. изд-во географической лит-ры, 1963. — 260 с.
  • Алисов Б. П. Климат СССР. — М.: Высшая школа, 1969. — 104 с.
  • Шальнев В. А. Ландшафты Ставропольской возвышенности; Автореф. дис. на соиск. уч. ст. канд. географ. наук. — Л., 1966. — 20 с.
  • Шифферс Е. В. Растительность Северного Кавказа и его природные кормовые угодья. — М.—Л.: Изд-во АН СССР, 1953. — 399 с.
  • Гроссгейм А. А. Растительный покров Кавказа. — М.: Изд-во МОИП, 1948. — 267 с.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар