Һөйәрембәтов Йыһангир
Һөйәрембәтов Йыһангир (рус. Суярембетов Яганги(е)р) (1912 йыл — 18 ноябрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Биографияһы
Һөйәрембәтов Йыһангир 1912 йылда хәҙерге Башҡортостандың Стәрлебаш районында тыуа. 1941 йылда Стәрлебаш район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 3-сө эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 24 октябренә ҡарай төндә дошман оборонаһының алғы һыҙығын билдәләү буйынса разведкала булып, немец автоматсылары төркөмө засадаһына юлыға. Һөйәрембәтов Йыһангир ҡыйыу рәүештә улар менән алышҡа инә, һәм үҙ автоматы менән дошмандың алты һалдатын юҡ итә. Дошмандың ике көбәкле пулеметтарының урынын билдәләй, улар Һөйәрембәтов мәғлүмәттәре буйынса беҙҙең батареяларҙың уты менән юҡ ителә. Был ҡаһарманлығы өсөн гвардия рядовойы Һөйәрембәтов Йыһангир Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була[2].
1943 йылдың 18 ноябрендә Һөйәрембәтов Йыһангир яуҙа алған яраларынан һәләк була. Белоруссияның Гомель өлкәһе Лоевский районының Прогресс ауылында ерләнә[3].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Шаймуратовцы. СУЯРЕМБЕТОВ Яганги(е)р (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Донесения о потерях. Суярембетов Ягангер (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Суярембетов Ягангер (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)