Әбүзәров Марат Тәлғәт улы
Әбүзәров Марат Тәлғәт улы (30 апрель 1958 йыл, Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Ташаҫты ауылы — 21 июль 1996 йыл, Өфө ҡалаһы) — журналист, комсомол һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1980 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире, 1982 йылдан «Ленинсы»—«Ленинец» гәзите мөхәррире, 1989 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты хеҙмәткәре, 1990—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариатының редакция-нәшриәт секторы мөдире, матбуғат хеҙмәте етәксеһе. 1981 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. ВЛКСМ-дың 20-се съезы (Мәскәү, 1987) делегаты. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977).
Биографияһы
Марат Тәлғәт улы Әбүзәров 1958 йылдың 30 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Ташаҫты ауылында тыуған.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1977).
- ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1977).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Башкирский комсомол: Персоналии: Абузаров Марат Талгатович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 март 2024)
- Марина ЧЕПИКОВА. Солнечная нить «Ленинца». Молодёжная газета, 12 июня 2013 года (Тикшерелеү көнө: 10 март 2024)