Әминева Гөлиә Карам ҡыҙы

Әминева Гөлиә Карам ҡыҙы (1 апрель 1959 йыл) — төҙөүсе-инженер-ғалим. 2006 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, Юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү үҙәге директорының уҡытыу методик эштәр буйынса урынбаҫары, 2017 йылдан — Ғәмәли квалификациялар үҙәге директоры[1]. Техник фәндәр докторы (2007), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2003) һәм мәғариф отличнигы (1999).

Биографияһы

Гөлиә Карам ҡыҙы Әминева 1959 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Гремучий Ключ ауылында тыуған[2].

1980 йылда Өфө нефть институтын тамамлай һәм «Башкиргражданпроект» проект институтында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1984 йылдан хәҙерге Өфө яғыулыҡ‑энер­гетика колледжы уҡытыусыһы, 2000 йылдан — уҡыу‑уҡытыу бүлеге, 2003 йылдан — Өҫтәлмә белем биреү үҙәге мөдире[2].

2006 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, Юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү үҙәге директорының уҡытыу-методик эштәр буйынса урынбаҫары, 2017 йылдан — Ғәмәли квалификациялар үҙәге директоры[1].

Фәнни эшмәкәрлеге

Ғалимдың тикшеренеүҙәре үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәрҙе, поливинилхлорид өсөн химикат‑өҫтәмәләр, инновацион педагогик технологиялар булдырыуға арналған. Ул 140-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм алты уйлап табыу авторы.

Ғилми хеҙмәттәре

  • Природа и экология Башкортостана — крупнейшего центра ТЭК России. 2 е изд., перераб. и доп. Уфа, 2006 (авторҙаш).
  • Современные химические средства защиты растений. В 3 т. Т.3. Стимуляторы корнеобразования, адаптанты, ретарданты. Уфа, 2006 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2003)
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1999).