Әминева Резида Рәүеф ҡыҙы

Резида Рәүеф ҡыҙы Әминева (рус. Аминева Резида Рауфовна, 1964 йылдың 1 ғинуары, Ғәлиәкбәр, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй йырсыһы, төрлө ижади конкурстар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004)[1]. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2023)[2].

Биографияһы

Резида Рәүеф ҡыҙы Әминева 1964 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуа. Ғәлиәкбәр урта мәктәбенән һуң Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә инә. Уҡыу йортон Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ф. Ноғоманова класында тамамлай.

Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында ала — 1995 йылда филолог дипломы алып сыға. Шул уҡ йылдан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының «Юлдаш» радиотапшырыуҙар каналында музыкаль мөхәррир булып эшләй.

Ижади эшмәкәрлеге осоронда 4 соло концертын ойоштора, 7 альбом, 20 клип сығара[1].

Йырсы Фәрүәз Урманшин — Резеда Әмирова дуэты әҙерләгән 40 яҡын йыр бар[3].

Ғаиләһе

Ике ҡыҙ, бер ул әсәһе.

Башҡарған йырҙары

Йырсының репертуарында башҡорт халыҡ йырҙары ла, профессиональ һәм үҙешмәкәр композиторҙар йырҙары ла, автор йырҙары ла бар:

  1. Апайыма;
  2. Асыуланма, әсәй;
  3. Ашҡынып ҡайтам тағын;
  4. Аҙаштым;
  5. Аңла Серемде;
  6. Балан емеше;
  7. Бер генә күрһәм;
  8. Беҙҙең өсөн генә;
  9. Боҙҙар аҡҡанда;
  10. Бөрйәнем;
  11. Ғәйепләмә;
  12. Гөл булһам;
  13. Гөлдәр үҫә генә тимәгеҙ;
  14. Донъя матур;
  15. Зифа аҡ ҡайындар;
  16. Йәнем;
  17. Йәшел яулыҡ;
  18. Кейек ҡаҙҙар;
  19. Кемдәр яратыр;
  20. Кермәгеҙ араларға;
  21. Күк үләндәр;
  22. Күңелемә яҙ сорналған;
  23. Ҡайындар янында;
  24. Ҡара күҙҙәр;
  25. Ҡош юлы;
  26. Ҡышҡы тәҙрәләр;
  27. Миләш;
  28. Мин һиңә ҡайтырмын;
  29. Мөхәббәтем ҡала;
  30. Оҙата барма;
  31. Ромашкалар;
  32. Сирендәр;
  33. Таң йыры;
  34. Таһир менән Зөһрә;
  35. Тиңдәр юҡ;
  36. Тәүге һөйөү;
  37. Умырзая;
  38. Урмандарға барһам;
  39. Хистәремде әйтеп бирер өсөн;
  40. Үҙең бүләк;
  41. Һандуғас;
  42. Һандуғас моңо;
  43. Һин минең йырым;
  44. Һинең өсөн;
  45. Һуңланым;
  46. Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә;
  47. Һөйгән йәр;
  48. Һөйөү;
  49. Шахта;
  50. Әгәр һин булмаһаң;
  51. Юбилейың менән;
  52. Юғала бит йөрәк;
  53. Өмөттәрҙән айырма;
  54. Яуапһыҙ хат[4];
  55. Ҡайын илай

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2023)[5]
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004)
• «Йәш тауыштар» конкурсының 1-се дәрәжә лауреаты (1987)
• Бөйөк Ватан һуғышына арналған патриотик йырҙар конкурсының 1-се дәрәжә лауреаты (1990)
• «Гәлсәр һандуғас» конкурсының 1-се дәрәжә лауреаты (2007)
• «Башҡорт йыры» конкурсының 1-се дәрәжә лауреаты (2012)[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Единый портал башкирской культуры. Аминева Резида Рауфовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 апрель 2025)
  2. Торжественная церемония награждения прошла в рамках заседания Совета по культуре РБ
  3. Венер Исхаков. Резеда Әминева тыуған көнөн билдәләй (башҡ.). Шоңҡар журналы (29 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2025.
  4. Сборник: Аминева Резеда
  5. Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары. Тамаша журналы (24 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2025.

Сығанаҡтар