Әминев Исмәғил Яҡуп улы

Әминев Исмәғил Яҡуп улы (рус. Аминев Исмагил Якуповичович; 20.01.1906 йыл — ?) — 16-сы гвардия дивизияһының гвардия өлкән лейтенанты. 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының эш башҡарыу мөдире[1].

Биографияһы

Исмәғил Яҡуп улы Әминев 1906 йылдың 20 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ҡырғыҙ улусы (хәҙерге Башҡортостан Рнеспубликаһы Илеш районы) Иҫәнбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Тәүҙә ул Көньяҡ Урал хәрби округының (ЮУВО) 31-се механизацияланған дивизияһы 780-се уҡсылар һәм 73-сө гвардия миномёт полктарында хеҙмәт иткән була.

1942 йылдың 8 ғинуарында Дүртөйлө район хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының өлкән лейтенанты Әминевты яңы ойошторолған 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына хеҙмәткә саҡыра.

Төрлө осорҙарҙа төрлө званиеға эйә була: гвардия өлкөн лейтенанты, гвардия интендант хеҙмәте лейтенанты, 2-се ранг гвардия техник-интенданнты, администрация хеҙмәте өлкән лейтенанты.

16-сы гвардия дивизияһының гвардия өлкән лейтенанты Әминев Исмәғил Яҡуп улы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының эш башҡарыу мөдире. Һуғыш яланында хәрби администрацияла кабинетта ғына эшләп ултырмай. 1943 йылдың июль айында күрһәткән батырлығы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән билдәләнә.

« Иптәш Исмәғил Яҡуп улы Әминев дивизия ойошторолғандан бирле хеҙмәт итә. Канцелярия эштәренә, иҫәп алып барыуһәм отчет биреүгә бик яуаплы ҡарай. Әминев Владимировка районында автоматтан 8 немецты үлтерҙе һәм, 11 кешенән торған төркөм менән 60-сы гвардия кавалерия полкының уң флангаһында тороп, дошмандың өс атакаһын ҡайтарҙы. Немецтар, 25 һалдат-офицерын юғалтып, тимер юл аръяғына сигенергә мәжбүр булды. Юлино-1 районындағы алышта, 5 яугирҙән торған дивизион идаралығы взводы менән, ике тапҡыр атакаға күтәрелде, 6 ошман һалдатын һәм офицерын үлтерҙе. Үҙенең ҡулы яраланды »

[2]

Хәтер

Әминев Исмәғил Яҡуп улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ның Илеш районы Иҫәнебай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.