Әмиров Илфат Өлфәт улы

Илфат Өлфәт улы Әмиров (рус. Амиров, Ильфат Ульфатович, 1990 йылдың 27 феврале, Күмертау, Башҡорт АССР-ы) — рәсәй профессиональ бералыш (единоборство) яугиры. Ҡатнаш яңғыҙ ҡара-ҡаршы тороу көрәше, комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәше һәм тулы контактлы карате буйынса Рәсәй чемпионы. Мәскәүҙә «EVOLVE GYM» ҡара-ҡаршы тороу көрәше һәм кроссфит клубына нигеҙ һалыусы һәм клуб хужаһы[1].

Биографияһы

Илфат Өлфәт улы Әмиров Күмертау ҡалаһында тыуған. Һигеҙенсе класҡа тиклем интернатта уҡый, унан һуң ата-әсәһе уны Ишембай кадет корпусына уҡырға бирә, дүрт йыл уҡыуын дауам итә. Төп белеме етерлек булмау сәбәпле уҡыуы ауыр була, әммә Әмиров тәртип тәрбиәләү һәм үҙаллылыҡты үҫтереүҙе кадет мөхитенә һанай.

Бала сағында Әмиров Күмертау ҡалаһында дзюдо буйынса күнекмәләргә йөрөй, унан һуң ҡул һуғышы секцияһы булған кадет корпусында һуғыш сәнғәте буйынса күнекмәләрҙе дауам итә. Мәскәүгә күскәс, Финанс-юридик академияға уҡырға инә һәм күнекмәләрен дауам итә, көрәште һайлай. Был осорҙа ул спортта һөнәри үҫешенә ярҙам иткән тренер етәкселегендә ярышҡа сыға башлай.

Уҡыу йылдарында Әмиров спорт менән шөғөлләнеүҙе эш менән берләштерә, төрлө вазифаларҙа, шул иҫәптән тейәүсе һәм һатыусы ярҙамсыһы булып стажировка үтә. Административ тәжрибә туплап, һуңынан спорт тауарҙары магазины директоры урынбаҫары була.

Уны тамамлағас, Әмиров үҙенең спорт академияһын булдырыу башланғысы менән сығыш яһай. Клубты асыр алдынан ул ваҡытта Красногорск хакимиәтендә бер вазифа биләгән Радий Хәбиров менән кәңәшләшә. Evolve Gym тип аталған тәүге клуб проекттың артабанғы үҫешенә нигеҙ булып тора. Әмиров һуңыраҡ икенсе академияны — «Боевый спортзал» аса. Уның әйтеүенсә, академия спортсылары араһында юғары кимәлдәге көрәшселәр бар, ә проект үҙе алдынғы ҡатнаш алыш мәктәптәре менән ярыша.

Әмиров бер ни тиклем ваҡыт Махачкалала йәшәй, Рәсәйҙең билдәле ҡатнаш алыш сәнғәте оҫталары менән уртаҡ спорт залында күнекмәләр үткәрә.

Спорт карьераһынан тыш, Әмиров ит эшкәртеү буйынса махсуслашҡан ҙур халыҡ-ара компанияның генераль директоры советнигы вазифаһын башҡара. Компания экспортҡа йүнәлтелгән, тәү сиратта Ҡытайға һәм Сәғүд Ғәрәбстанына, Белоруссияла һәм Рәсәйҙә етештереү ҡоролмалары бар.

Әмиров Башҡорт дәүләт идараһы һәм идара итеү академияһында икенсе икенсе юғары белем ала. “Атайсал” проектын белгәс, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге мохтаж студенттарға юғары уҡыу йортонда уҡыу хаҡын түләргә тәҡдим итеп, Көйөргәҙе районы сығарылыш уҡыусыларына ярҙам итергә ниәтләүен белдерҙе.

Спорт күрһәткестәре
  • «Тсу Шин Ген» ҡатнаш ҡара-ҡаршы тороу көрәше ММА буйынса Рәсәй чемпионы (2008)
  • Тулы контактлы карате буйынса Мәскәү чемпионатында 2-се урын (2008)
  • «Рәсәй һуғыштары» ҡатнаш ҡара-ҡаршы тороу көрәше (ММА) буйынса бөтә Рәсәй турниры чемпионы (2010)
  • Грепплинг буйынса Мәскәү чемпионы (2011)
  • Бразилия джиу-джитсуһы буйынса бөтә Рәсәй турнирында 2-се урын, ММА буйынса Мәскәү өлкәһе чемпионатында бронза призёры (2013)
  • Панкратион буйынса Мәскәү өлкәһе чемпионы (2013)
  • Комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәше (ММА) буйынса Рәсәйҙең бронза призёры (2014)
  • Панкратион буйынса халыҡ-ара «Moscow open» турниры бронза призёры (2014)
  • Тулы контактлы карате буйынса Рәсәй чемпионы (2014)
  • Курск ҡалаһында үткән ҡара-ҡаршы тороу көрәше (ММА) буйынса «Высота 772» халыҡ-ара турниры еңеүсеһе (2014)
  • Комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәше (ММА) буйынса Рәсәй кубогында 3-сө урын (2016)
  • Илфат Әмиров грепплинг һәм комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәше (ММА) бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙары еңеүсеһе[2].
  • Әмиров шулай уҡ 2017 йылғы комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәше (ММА) буйынса Рәсәй чемпионы,
  • WLF сиктәрендә Ҡытайҙа үткән рейтинглы алыш еңеүсеһе. Алыш ҡытай яғы саҡырыуы буйынса Ченьжоу ҡалаһында үтә. Алышта 26 ҡытай спортсыһы һәм 26 башҡа ил вәкиле ҡатнаша. Ул Рәсәйҙән (шул иҫәптән, Башҡортостандан да) берҙән-бер ҡатнашыусы була. 27 йәшлек Илфат 70 килограмм ауырлыҡ категорияһында сығыш яһай. Еңеүсе кубогын ҡабул иткәндә, төлкө тиреһенән тегелгән башҡорт милли бүреген кейгәнлектән, спортсыны «башҡорт» тип йөрөтәләр[1][1] .
  • Илфат Әмиров 2019 йылғы комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәш (ММА) буйынса Рәсәй чемпионатының көмөш призёры. Комплекслы ҡара-ҡаршы тороу көрәш буйынса спорт мастеры.

2019 йылғы эшмәкәрлеге

Мәскәүҙә үҙе 2017 йылда нигеҙ һалған һәм әлегә Мәскәү ҡалаһының иң алдынғы ҡара-ҡаршы тороу көрәш залдарының береһе булған «Evolve Gym» спорт клубы хужаһы. 2019 йылғы Мәскәү һабантуйын үткәреү буйынса спорт департаменты етәксеһе.

Хәҙерге көндә Илфат Әмиров Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты аспиранты.