Ән-Нәсәйи

Әбү Ғабдрахман Әхмәт ибн Шөғәйеп ән-Нәсәйи (ғәр. أحمد بن شعيب النسائي‎; 829, Нәса — 915, Рамла; рус. Абу́ Абдуррахма́н А́хмад ибн Шуа́йб ан-Наса́и) — фарсы сығышлы мосолман ғалимы, атаҡлы мөхәддистәрҙең береһе. Алты иң абруйлы хәҙистәр йыйынтығының береһенең авторы.

Биографияһы

Ән-Нәсәйи хәҙерге көндә юҡҡа сыҡҡан Нәса (уның нисбәһе шунан килеп сыҡҡан) ҡалаһында тыуған, ул Төркмәнстандың хәҙерге баш ҡалаһы Ашхабадтан көнбайыштараҡ урынлашҡан булған.

Ғүмеренең икенсе яртыһын Ән-Нәсәйи Мысырҙа үткәрә, үлер алдынан ғына Фәләстингә юллана һәм шунда вафат була. Мысырҙан китеүенә башҡа кешеләрҙең уның тәрән белеменә көнләшеүе сәбәп була. Фәләстингә килеп төшкәс, уға хәрижиҙәр төркөмө һөжүм итә, һәм ул алған яраларынан вафат була. Әл-Хәкимдән риүәйәт ителә: «Әбү Ғабдрахмандың барлыҡ кешелек дәрәжәләре өҫтәүенә ул шәһит үлеме менән китте». Мосолман биографтары уның үлеме сәбәбе буйынса бер фекерҙә.

Библиографияһы

Ән-Нәсәйи бер нисә хәҙистәр йыйынтығы һ. б. хеҙмәттәр авторы:

  • «Әс-Сүнән әл-Ҡубра».
  • «Әл-Мөжтәбә» йәки «әс-Сүнән әс-Сүғра». Шулай уҡ «Сүнән ән-Нәсәйи» булараҡ билдәле .
  • «Әд-Дуафа үәл-мәтруҡун» («Көсһөҙ һәм кире ҡағылғандар (хәҙистәрҙе тапшырыусылар)») — был китапта 2679 кеше бар, улар ышанысһыҙ һәм көсһөҙ хәҙистәрҙе тапшырыусылар категорияһына ҡарай.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә