Әхмәров Рим Нәжми улы
Әхмәров Рим Нәжми улы (11 июль 1933 йыл — 16 октябрь 2021 йыл) — тау инженеры, партия эшмәкәре (1962—1981). Рәсәй Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1993).
Биографияһы
Рим Нәжми улы Әхмәров 19933 йылдың 11 июлендә Өфө ҡалаһында тыуа. Урта мәктәптән һуң Өфө нефть институтын тау инженеры һөнәре буйынса 1956 йылда тамамлай. Шул уҡ йылда йүнәлтмә буйынса «Ишембайнефть» нефть сығарыу участкаһының быраулау контораһына эшкә ебәрелә. Хеҙмәт юлын быраулаусы ярҙамсыһы булып башлап, быраулау участкаһының өлкән инженерына тиклем үлрәй (1956—1962). 1962 йылда КПСС-тың Ишембай ҡала комитетының икенсе секретары итеп һайлана, 1969 йылда партияның Башҡортостан Өлкә комитеты аппаратына күсерелә.
1974—1981 йылдарҙа КПСС-тың Сибай ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлана. Һуңынан 2003 йылға тиклем «Башнефть» производство берекмәһендә етәксе урындарҙа эшләй.
1975—1980 йылдарҙа БАССР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты була.
2021 йылдың 16 октябрендә вафат була, Өфө ҡалаһында ерләнә.
Ғаиләһе
Ҡатыны — Әхмәрова (Комелькова) Мария Алексеевна. Ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр, ейәндәре бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1971)
• «Хеҙмәт ветераны» (1988)
• Рәсәй Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1993).
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Башкирских нефтяников славные имена / сост. Н.М. Ризванов [и др.].. — Уфа: РИЦ АНК «Башнефть», 1997. — 648 с с. — ISBN 5-901004-06-X.