Әхмәр ауыл советы (Ишембай районы)

Әхмәр ауыл советы — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының бөтөрөлгән муниципаль берәмеге. Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» законына ярашлы, ауыл биләмәһе[1] статусына эйә була. Ишәй ауыл советы менән берләштерелә.

Почта индексы — 453235. Код ОКАТО — 80231810000.

Административ үҙәге — Әхмәр ауылы. Әхмәр ауыл советына шулай уҡ Ҡанаҡай ауылы, 1979 йылға тиклем Өлкәр ауылы, 1968 йылға тиклем Аръяҡтыбаш утары ла ингән була.

Ауыл советы 2008 йылдың 18 ноябрендә бөтөрөлә[2], а Әхмәр һәм Ҡанаҡай ауылдары Ишәй ауы советы составына индерелә, административ үҙәк Ишәй ауылында урынлаша.

Иҫкәрмәләр

Категориялар