Әхмәтйәнов Мағзанур Тимерхан улы

Әхмәтйәнов Мағзанур Тимерхан улы (1912 йыл[1][2] (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1914 йыл[3]) — 16 июнь 1945 йыл, Бернау ҡалаһы, Германия[1]) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой[1], гвардия ҡыҙылармеецы[2], «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы кавалеры[2].

Биографияһы

Әхмәтйәнов Мағзанур Тимерхан улы 1912 йылда[1][2], икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1914 йылда[3] Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Туҡтағол ауылында тыуған. Ҡыҙыл Армия сафына Баҡалы район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың 15 авгусында саҡырыла[3]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60‑сы гвардия кавалерия полкы 4-се пулемет эскадронында пулемет тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[2]. Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944) һәм «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» (1943) миҙалы менән бүләкләнә [2]. 1945 йылдың 12 апрелендә Германияның Бернау ҡалаһы янындағы һуғышта хәбәрһеҙ юғала[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943)
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)

Сығанаҡтар