Әхмәтйәнов Әхәт Әхмәтйән улы

Әхмәтйәнов Әхәт Әхмәтйән улы (1904 йыл — 21 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец[1] [2].

Биографияһы

Әхмәтйәнов Әхәт Әхмәтйән улы 1904 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Нөгөш ауылында тыуған[1][2]. Ҡыҙыл Армияға Балаҡатай район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2]. 7 гвардия кавалерия корпусының 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се гвардия кавалерия полкында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1][2]. 1942 йылдың 22 июлендә яуҙа һәләк була. Курск (Липецк) өлкәһенең, Больше-Полянский районы, Икенсе Тербуны ауыл Советы, Икенсе Тербуны ауылынан 3 км көньяҡтараҡ, урманда ерләнгән[1].

Сығанаҡтар