Әхмәтова-Нәбиева Элвира Мирзанур ҡыҙы
Элвира Мирзанур ҡыҙы Әхмәтова-Нәбиева (рус. Эльвира Мирзануровна Ахметова-Набиева, 1973 йылдың 12 апреле, Өфө) — Рәсәй бейеүсеһе, 1991—2013 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2002) һәм халыҡ артисы (2010).
Биографияһы
1973 йылдың 12 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1991 йылда Өфө хореография училищеһын (педагогы М. А. Кәримов), 2006 йылда Көнсығыш иҡтисад-юридик гуманитар академияһын (ВЭГУ) (уҡытыусыһы А. Х. Зөбәйҙуллин) тамамлай.
1991 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй. Ул һығылмалылығы һәм музыкаға һәләтле булыуы менән айырылып тора. Матур ҡиәфәт, сағыу темперамент эйәһе.
Рәсәй һәм донъяның 15 иле буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Көндәрендә (1997), Санкт-Петербургта (2001), Әзербайжанда (2001), Төркиәлә (Стамбул ҡалаһында, 2006) Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә, «Русская Зима» фестивалендә (Лондон, 2005) ҡатнаша.
Мәскәүҙәге Кремль һарайы, П. И. Чайковский, «Россия» исемендәге концерт залдары, Санкт-Петербургтың «Октябрьский» концерт залы сәхнәләрендә бейей.
Башҡортостан Республикаһы Президентының 2010 йылдың 17 майындағы Указы менән хореография сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә[1].
2013 йылдан Ф.Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡаршыһындағы балалар хореография студияһы уҡытыусыһы булып эшләй.
Бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялары
«Бишбармаҡ» («Бишбармак»), «Бүләк» («Подарок»), «Гөлнәзирә», «Аҡҡош-ҡаҙҙар» ( «Гуси-лебеди»), «Ҡороҡсолар» («Укротители»), «Яҙғы ташҡын» («Весенний поток») һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента Республики Башкортостан от 17.05.2010 N УП-232 "О присвоении почетного звания "Народный артист Республики Башкортостан" Ахметовой-Набиевой Э.М.". Гарант. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2025.
Һылтанмалар
- Әхмәтова-Нәбиева Элвира Мирзанур ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 10 апрель 2022)