Әхмәтов Әшимжан Сөләймән улы
Әшимжан Сөләймән улы Әхмәтов (рус. Ахметов, Ашимжан Сулейменович; 1950 йылдың 23 феврале, Толе Би[d], Жамбыл өлкәһе — 2012 йылдың 15 сентябре, Тараз) — Ҡаҙағстандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. Техник фәндәре докторы (1992). Юридик фәндәре кандидаты (1978). Ҡаҙағстан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы.
Биографияһы
Әшимжан Сөләймән улы Әхмәтов 1950 йылдың 23 февралендә Жамбыл өлкәһенең Шус районы (хәҙер Толе би) Новотроицкое ауылында донъяға килгән.
1973 йылда инженер-химик-технолог һөнәре буйынса Ленинград технология институтын тамамлай.
1978 йылда ошо уҡ институттың аспирантураһын тамамлай.
2012 йылдың 12 сентябрендә Тараз ҡалаһында вафат була[3]
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1973 йылда Жамбыл «Химпром» етештереү берекмәһендә аппаратсы, артабан смена начальнигы булараҡ башлай.
1973 −1975 йылдарҙа — комсомол комитеты секретары, Джамбул гидромелиоратив-төҙөлөш институты (ДГСМИ) уҡытыусыһы.
1978 йылдан алып 1989 йылға тиклем — ошо института өлкән уҡытыусы, доцент, проректор, декан, партком секретары, кафедра мөдире.
1989—1992 йылдарҙа — Санкт-Петербург технология институты докторанты, «Ҡаҙағстан — Санкт-Петербург» генераль консуллығы директоры.
1992—1993 йылдарҙа — «Ҡаратау» акционерҙар холдинг компанияһының (АХК) беренсе вице-президенты.
1993—1994 йылдарҙа — «Инко» (Ҡаҙағстан — Лихтенштейн) Яҙыусылар союзының генераль директоры.
1994 йылда — Ҡаҙағстан Республикаһы Юғары Советы фән, мәғариф һәм яңы технологиялар буйынса Комитетының яңы технологиялар подкомитеты рәйесе урынбаҫары.
1994—1995 йылдарҙа — Ҡаҙағстан Республикаһы Юғары Советының сәнәғәт, энергетика, транспорт һәм элемтә Комитеты рәйесе.
1995 йылда — Ҡаҙағстан Республикаһы сауҙа һәм сәнәғәт министры урынбаҫары.
1997 йылда — «Казфосфор» ААЙ-ның президент вазифаһын башҡарыусыһы, президенты.
1999 йылдың ноябренән 2001 йылдың майына тиклем — Ҡаҙағстан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы вице-министры
2001—2005 йылдарҙа — Ш. Есенов исемендәге Каспий дәүләт технология һәм инжиринг университеты ректоры.
2005 йылдың авгусынан 2006 йылдың апреленә тиклем — С. Аманжолов исемендәге Көнсығыш-Ҡаҙағстан дәүләт университеты ректоры.
2006 йылдың апреленән 2008 йылдың июненә тиклем — Ҡаҙағстан Республикаһы президенты ҡарамағындағы Дәүләт идара итеү академияһы ректоры[4]
2008 йылдың июненән 2012 йылдың сентябренә тиклем — М. Х. Дулати исемендәге Тараз дәүләт университеты ректоры.
Һайлап ҡуйылған вазифалар, депутатлыҡ
1994—1995 йылдарҙа — XII саҡырылыш Ҡаҙағстан Республикаһы Юғары Советы депутаты.
1996 йылдың ғинуарынан 1999 йылдың декабренә тиклем — I саҡырылыш Ҡаҙағстан Парламенты Мәжлесе депутаты.
2001 йылдан 2007 йылға тиклем — Манғыстау өлкә мәслихәте депутаты.
Ғилми дәрәжәләре
- Техник фәндәре докторы (1992)
- Юридик фәндәр кандидаты
- Ҡаҙағстан Республикаһы фәндәр академияһы академигы (2001)
- Ҡаҙағстан милли тәбиғи фәндәр академияһы академигы (2009)
- Ҡаҙағстан Республикаһы Милли инженер академияһы академигы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Ҡаҙағстан Республикаһы мәғариф алдынғыһы» түш билдәһе
- Ҡаҙағстан Республикаһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре[5]]
- Ҡаҙағстан Президентының шәхси рәхмәт хат һәм «Алтын барыс» түш билдәһе
- «Курмет» һәм «Парасат» ордендары (2008)[6]
- «Астана» миҙалы (1998)
- «Ҡаҙағстан Республикаһының 10-йыллыҡ бойондороҡһоҙлоғо» миҙалы(2001)
- «Ҡаҙағстан республикаһы парламентының 10 йыллығы» миҙалы (2006)
- «Ҡаҙағстан республикаһының 20-йыллыҡ бойондороҡһоҙлоғо» миҙалы (2011) һәм башҡа бүләктәр.
Фәнни һәм әҙәби хеҙмәттәре
Ә. С. Әхмәтов 2 монография, 100-ҙән ашыу ғилми баҫма авторы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.parlam.kz/kk/mazhilis/history/convocation/1
- ↑ http://whoiswho.kz/node/2374
- ↑ Скончался ректор Таразского государственного университета Ашимжан Ахметов
- ↑ Распоряжениями Главы государства назначены: Ахметов Ашимжан Сулейменович — ректором Академии государственного управления при Президенте Республики Казахстан 2019 йылдың 24 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Ахметов А. С.
- ↑ Указ Президента Республики Казахстан О награждении государственными наградами 2008 года