Әхмәтшин Фрат Нәби улы

Фрат Нәби улы Әхмәтшин (рус. Фрат Набиевич Ахметшин1930 йылдың 19 майы, Өфө1996 йылдың 18 июне, Өфө) — совет балет артисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1960)[1].

Биографияһы

1930 йылдың 19 майында Өфө ҡалаһында тыуған. 1949 йылда Ленинград хореография училищеһының педагог Б. В. Шавров класын тамамлай.

1949 йылдан алып 1974 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Әҫәрҙәрҙе гротеск планында башҡарыусы үҙенсәлекле бейеүсе. Уның бейеүҙәренә сағыу тойғолар һәм динамика хас — был уның ижадының айырма билдәһе.

1964—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет студияһы художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1959—1964 йылдарҙа опера һәм балет театры ҡарамағындағы хореография студияһы директоры.

1970 йылдан алып Өфөнөң һөнәрселек‑техник училищеларындағы бейеү коллективының художество етәксеһе,

1985—1988 йылдарҙа Өфө хореография училищеһында уҡыта.

1996 йылдың 18 июнендә вафат булған, Өфө ҡалаһында ерләнгән[1].

Төп партиялары

  • Нурали — «Баҡсаһарай фонтаны», Б. В. Асафьев — дебют, (1950);
  • Кәмитсе — «Аҡҡош күле», П. И. Чайковский;
  • Менго — «Лауренсия», А. А. Крейн;
  • Квазимодо — «Эсмеральда», Ч. Пуньи
  • Меркуцио — «Ромео менән Джульетта», С. С. Прокофьев[1].

1959 йылда «Сыңрау торна» фильмында уйнай[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Хеҙмәттәре

  • Ахметшин Ф. Н. Уроки башкирского и характерного танца. Уфа, 1982 (авторҙаш)[3]