Әхәтов Шәүҡәт Нурлығаян улы
Әхәтов Шәүҡәт Нурлығаян улы (рус. Ахатов Шаукат Нурлигаянович;14 ноябрь 1922 йыл — 7 декабрь 2020 йыл) — нефть сәнәғәте эшмәкәре, ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1952—1983 йылдарҙа Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының яуаплы хеҙмәткәре: бүлек етәксеһе, идаралыҡ начальнигының етештереү буйынса урынбаҫары, баш инженер, 1970 йылдан — идаралыҡ начальнигы, бер үк ваҡытта 1975—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1975), доцент (1981). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған (1972), СССР‑ҙың почётлы (1977) нефтсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977), Почёт Билдәһе (1966) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Шәүкәт Нурлығаян улы Әхәтов — 1922 йылдың 14 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Баҙытамаҡ ауылында тыуған.
1947 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң, Өфө нефть сәнәғәте ғилми тикшеренеү институтының инженеры, өлкән инженеры булып эшләй.
1952— 1983 йылдарҙа Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығында: бүлек начальнигы, етештереү буйынса начальник урынбаҫары, баш инженер вазифаларын башҡара[1].
1970 йылдан алып идаралыҡты етәкләй, бер үк ваҡытта 1975—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыта. Әхәтов Шәүкәт ҡатнашлығында Туймазы—Өфө, Туймазы—Омск, Шкапов—Ишембай нефть үткәргестәре, Өфө—Омск, Өфө—Петропавловск нефть продукт үткәргестәр төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла[1].
1970—1983 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университетында Шәүҡәт Нурлығаян улы нефть һәм газ транспорты һәм һаҡлау буйынса инженер-механиктар сығарылышының дәүләт комиссияһы рәйесе була[2].
Ғилми эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре
- 40-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы.
- Шулай уҡ « Эксплуатация магистральных трубопроводов по транспорту нефти и газа» дәреслек һәм башҡа уҡыу ҡулланмалары төҙөүҙә ҡатнаша.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
— Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған нефтсеһе (1972);
— СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977);
— СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983);
— Ленин ордены (1973);
— Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1977);
— «Почёт Билдәһе» ордены (1966);
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Әхәтов Шәүҡәт Нурлығаян улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «АО Транснефть — Урал» /Трудное счастье Шауката Ахатова 2021 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.