Вилданов Әхәт Ханнан улы
Вилданов Әхәт Ханнан улы (1 август 1944 йыл) — әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты (1978). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2007), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2006). Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994).
Биографияһы
- Әхәт Ханнан улы Вилданов 1944 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ының Маҡар районы[1] Кәбәс ҡасабаһында тыуған.
- 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
- 1974 йылдан алып Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.
- 1982 йылдан алып Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта: 1984—1990 йылдарҙа әҙерлек факультеты деканы, 1993—2004 йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1995—1996 йылдарҙа башҡорт филологияһы факультеты деканы.
Ғилми эшмәкәрлеге
Әхәт Вилдановтың фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихына арналған. Мифтахетдин Аҡмулла, Ибраһим Абдуллин, Әнүр Вәхитов, Рәшит Солтангәрәев һ. б. ижады тураһында тәнҡит мәҡәләләре авторы. 6 томлы «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе, 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Маҡтаулы исемдәре
- Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1990)[2]
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007)
- Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2009)
Хеҙмәттәре
- Аҡмулла — яҡтылыҡ йырсыһы. — Өфө, 1981.
- Башкирские просветители-демократы XIX века. — М., 1981 (авторҙаш) .
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Шаһиев Ф. Аҡмулланың хаҡ юлынан — «Башҡортостан» гәзите, 2014 й., 13 сентябрь.
Һылтанмалар
Сафуанов С. Ғ. Вилданов Әхәт Ханнан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.