Әғләмов Хәйрислам Әғләм улы

Әғләмов Хәйрислам Әғләм улы — (1908 йыл — 1952) 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.

Биографияһы

Хәйрислам Әғләм улы Әғләмов 1908 йылда Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында тыуа.

Фронтҡа 1941 йылда Мишкә районы хәрби комиссариаты тарафынан алына[1]. 112-се һанлы башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша. Яуҙа ул 2 тапҡыр яралана. Тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайта, өйләнә. Тормош иптәше менән 7 малай 1 ҡыҙ үҫтерәләр. Балалары барыһы ла тырыш, уҡыуға һәләтле булалар, юғары белем алалар. Улдарының береһе Әғләмов Нәғим Хәйрислам улы Республикабыҙҙың билдәле кешеһе була. Ул төҙөлөш новаторы, монтажлаусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Һуғыштан һуң Хәйрислам Әғләм улы «Шаҙы» колхозында склад мөдире булып эшләй[2]

Сығанаҡтар

  • “Они вернулись с победой”. Мишкинский район.Стр.50
  • "Умырзая" районная газета, №5, 2011 г.

Иҫкәрмәләр

  1. Дорога памяти. Аглямов Хайрислам Аглямович 2021 йылдың 24 июнь көнөндә архивланған.
  2. «Они вернулись с победой». Мишкинский район. Стр.50