Әҙибай
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |
Әҙибай (рус. Азиаба, Азибей) — Йәнәй улусының Тоҙош (Тузуск) түбәһенә ҡараған (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы), бөткән ауыл[2].
Тарихы
Әҙибай ауылы Йәнәй улусының Тоҙош (Тузуск) түбәһендә (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы), Ҡаҙыркүл эргәһендә нигеҙләнә. Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров «Минзәлә башҡорттары ауылдары» китабында уға 1800—1808 йылдар араһында ерҙәрҙе генераль бүлеүҙән (межалауҙан) һуң барлыҡҡа килгәнлеген теркәй[2]. Ауыл — 11-се, 1847 йылдан һуң 12-се Башҡорт кантоны составына инә. 1811 йылда унда 180 башҡорт йәшәүе теркәлгән, улар, нигеҙҙә, Ҡалтай, Байсар, Иҫәнбай, Сикия, Апас, Ҡәҙермәт һәм башҡа ауылдан сыҡҡан. 1812—1814 йылғы Ватан һуғышында Әҙибай ауылынан 15-се йорттан зауряд-сотник Ғәҙелша Дәүләтбаев тың 6-сы башҡорт полкында хеҙмәт итеүе, походтарҙа ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт бар. шулай уҡ 1814 йылда ошо уҡ ауылдан Рәхимғол Нәҙерғолов та әрме хеҙмәтендә була[3]. 1818 йылда йәнәйҙәр 301 кеше тип иҫәпләнә, типтәрҙәр — 1. 1834 йылда 102 йортта 496 башҡорт, шул иҫәптән 255 ир-егет, 241 ҡатын-ҡыҙ йәшәүе, ауылда ике указной мулла: 44 йәшлек Ғүмәр Әхмәров һәм 53 йәшлек Абсалих Мансуров булыуы теркәлгән. Артабан уларҙың арта барыуы күҙәтелә: 1859 йылда − 863 кеше, 1870 йылда — 929 башҡорт һанала. 1902 йылда Әҙибай элекке удел крәҫтиәндәренең йәшәгән ере тип билдәләнгән һәм ирҙәр һаны 271 тип күрһәтелгән. Түбәнге Кама һыуһаҡлағысын төҙөгән ваҡытта ауыл халҡы башҡа урындарға күсерелә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ улы Ә. Ә. З. Аулы мензелинских башкир — Китап.
- ↑ 1 2 3 Ә. З. Әсфәндиәров. Аулы мензилинских башкир / место= Уфа. — Китап, 2009. — С. 233-237. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Башкиры 11-го кантона в Отечественной войне 1812 г. 15-й юрт 2021 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Ә. З. Әсфәндиәров. Аулы мензилинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 233-237. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- Башкиры 11-го кантона в Отечественной войне 1812 г. 15-й юрт 2021 йылдың 4 март көнөндә архивланған.