Әҙ-Ҙәһәби

Шәмсетдин Әбү Ғабдуллаһ Мөхәммәт ибн Әхмәт әт-Төркмәни, күберәк әҙ-Ҙәһәби тип беләләр (1274, Кәфр-Бәтна, хәҙерге. Сүриә — 4 февраль 1348, Дамаск) — билдәле мосолман ғалимы — фаҡиһ, хәҙис белгесе, тарихсы, биограф, хафиз.

Биографияһы

Сығышы

Атаһы әҙ-Ҙәһәби, Әхмәт ибн Усман әт-Төркмәни (12431297) тәҡүә кеше һәм оҫта зәркәр (ювелир) булған: әҙ-Ҙәһәби ҡушаматы ла «алтын» тигәндән килеп сыҡҡан. Әҙ-Ҙәһәби рабиғел ахыр айының 3-өндә Һижрә буйынса 673 йыл (1274) Дамаск янындағы Кәфр-Бәтнә (ғәр. كفربطنا‎) ауылында тыуған[2] .

Бала сағы

Әҙ-Ҙәһәби мосолман фәндәренә иртә йәштән инеп китә. Ун йәшендә «Сәхих Мөслим» йыйынтығын өйрәнә башлай. 18 йәшендә Әҙ-Ҙәһәби шәриғәт дисциплиналарын өйрәнеүгә етди тотона. Тәүҙә атаһы, берҙән-бер бала булғанлыҡтан, уға башҡа ҡалаларға сәйәхәт итергә рөхсәт итмәй, әммә ахырҙа йомшара һәм өйөнән дүрт йылға ғына китергә рөхсәт итә. Әҙ-Ҙәһәби төрлө ҡалаларҙа бик күп шәйехтәрҙә булып сыға, (1295) Ҡаһирә һәм Искәндәриәгә бара, 1297 йылда хаж ҡыла һәм мосолмандар өсөн изге урындарҙы барып күрә[2].

Күреү һәләтен юғалтыу һәм вафат булыу

Әҙ-Ҙәһәби олоғая бара әкренләп күреү һәләте кәмей башлай, уның шәкерте әл-Хөсәйни һүҙҙәре буйынса, 1340-ҙә, үлеренә ете йыл ҡалғас, бөтөнләй һуҡырая. Әммә ҡайһы бер тикшеренеүселәр, Әҙ-Ҙәһәби һуңыраҡ, 1343-тә һуҡырайған тип иҫәпләй.

Әҙ-Ҙәһәби Һижрә буйынса 748 йылда (1348 йыл) Зөлҡәғиҙә айының өсөнсө дүшәмбеһендә Дамаскыла вафат була һәм әл-Баб әс-Сәғир зыяратында ерләнә. Йыназа намаҙы Өмәүиҙәр мәсетендә [3]уҡыла.

Библиографияһы

Әҙ-Ҙәһәби хәҙистәр, тарих фәндәре темаһына, мөхәддистәр тураһындағы йөҙгә яҡын китап һәм тикшеренеүҙәр авторы.

Иҫкәрмәләр

  1. Record #90043051 // VIAF (билдәһеҙ) — Даблин: OCLC, 2003.
  2. 1 2 Абд ас-Саттар аш-Шейх, 1994
  3. Абд ас-Саттар аш-Шейх, 1994, с. 534

Әҙәбиәт

  • Энциклопедия ислама. 3-е издание — Leiden : Koninklijke Brill, 2016. — ISSN 1873-9849.
  • Абд ас-Саттар аш-Шейх. Хафиз аз-Захаби. — Дамаск: Дар аль-Калам, 1994.