Йыһанда урыны һәм асылыу тарихы
Өфө бәләкәй планетаһы Ҡояштан уртаса 448 миллион километр, Ерҙəн кəмендə 250 миллион километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Диаметры — яҡынса 12 километр. Оппозициялағы яҡтылығы — 12,3 йондоҙ дəүмəле.
Йыһанда «Өфө» исемле күк есеменең барлыҡҡа килеүе астроном Урал Баязитов менән бәйле. Ғалим йондоҙҙар атмосфераһын өйрәнә. Физика-математика фәндәре докторы астроном Николай Степанович Черны́х Урал Баязитовҡа яңы асылған бәләкәй планета исемен Башҡортостан тормошондағы берәй ваҡиға менән бәйләргә тәҡдим итә. 1999 йылда республика Өфө ҡалаһының 425 йыллығын билдәләй, был турала Баязитов Черныхҡа хәбәр итә. Ҡырым астрофизик обсерваторияһы астрономы Людмила Васильевна Журавлёва 1990 йылдың 22 декабрендә яңы бәләкәй планета булыуын аса. 2001 йылдың 15 сентябрендә ул үҙе Өфөгә килеп яңы асылған 8498-се бәләкәй планетаға Көньяҡ Уралдағы тарихи һәм мәҙәни үҙәк Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө исемен биреү тураһында таныҡлыҡ алып килә.
Сығанаҡтар
- У.Ш.Баязитов Тəрж. Р.Ғ.Ғилманов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ГЛУБИНЫ ВСЕЛЕННОЙ БОРОЗДЯТ «БАШКИРИЯ», «УФА» И «САЛАВАТ» УфаГид
